Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Март 2022, 10:01

Уҡыу алдынғылары тәбрикләнде

Борай  район  Мәҙәниәт йортонда   уҡыу алдынғыларының 14- се  слеты уҙҙы.  

Уҡыу алдынғылары тәбрикләнде
Уҡыу алдынғылары тәбрикләнде

Сарала педагогтарҙы, уҡыу алдынғыларын, олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын, спорт ярыштары еңеүселәрен һәм сәнғәттә уңышҡа ирешкәндәрҙе тәбрикләнеләр.

 Слетта ҡатнашыусыларҙы Борай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гемир Нуртдинов  сәләмләне.

 Уҡыу һәм сәнғәт өлкәһендә юғары һөҙөмтәләре өсөн  Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына  гимназияның  11-се класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлиева  менән Зиннур Исламов лайыҡ булһа, Борай районы хакимиәте башлығы стипендияһы  туғыҙ  уҡыусыға бирелде.

 

Уҡыу алдынғылары, олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары:

- Аделина Дүсмитова ( Борай 1-се  мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы)

-         Эльвина Ғәлләмова ( Яңы Таҙлар мәктәбенең 9-сы класс  уҡыусыһы)

-         Тимур Фәйзуллин (Борай 1-се мәктәбенең 11-се класс  уҡыусыһы)

 

Спорт ярыштары еңеүселәре :

-         Морат Бәҙретдинов  (гимназияның  8-се класс уҡыусыһы),

-         Диана Раянова (гимназияның  9-сы класс уҡыусыһы),

-         Юлиә Муллағәлиева (Ваныш-Алпауыт мәктәбенең  9-сы класс уҡыусыһы).

Сәнғәт  үҙешмәкәр дипломанттары һәм призерҙары:

-         Илнур Хәйруллин (Оло Баҙраҡ мәктәбенең  11-се класс уҡыусыһы)

-         Арина  Хәлимуллина ( Борай 3-сө мәктәбенең  6-сы класс уҡыусыһы)

-         Нурия Шаһиәхмәтова (Борай 3-сө мәктәбенең  8-се класс уҡыусыһы)

Олимпиаданың  муниципаль этабында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы   мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Мостафин ҡотлап, яҡшы уҡыуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, уларға грамоталар тапшырҙы. Барлығы 16 уҡыусыға грамота тапшырылды. Улар өстән куберәк олимпиадала еңеп, күбеһе  Борай районының данын  олимпиаданың республика этабында яҡланы. Беҙҙең районға  алты  призлы урын алып ҡайттылар.

Шулай уҡ,  Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призерҙар һәм еңеүселәр әҙерләгән  уҡытыусыларҙы ла  бүләкләнеләр.  Гимназияның  физика уҡытыусыһы Сулпан Ғәлиева, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирек Ғәлиев һәм  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Вахитова, Борай 1-се урта мәктәбенең  рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу  Әхәтова  һәм биология уҡытыусыһы Фәнис Шәйхинуровҡа  Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зинфира Булатова  11 уҡыусыға  5-се кластан  башлап  11-се класҡа  тиклем тик “биш”ле билдәләренә  генә уҡығандарға  Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

 Традиция буйынса алдынғы  уҡыусылар рәтенә  яңы 5-се  класс  уҡыусылары ҡабул ителде.

Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты  Айгиз Усаев үҙенең видеояҙмаһында уҡытыусыларға рәхмәт еткереп, уҡыусыларға уҡыуҙарын яҡшы һөҙөмтәләргә генә тамамлауҙарын  теләне.Шулай уҡ, уҡыу алдынғылары исеменән 11-се класс  уҡыусыһы   Алһыу Ғәлиева сығыш яһаны.

Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Сығарылыш класс уҡыусыһы Алһыу Ғалиева Почет китабына  үҙенең исемен һәм теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.

Шулай уҡ,  фойела "Үҫеш нөктәһе"  технологик йүнәлештәре,  цифрлы лабораториялар күргәҙмәһе ойошторолғайны.

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

 

Уҡыу алдынғылары тәбрикләнде
Уҡыу алдынғылары тәбрикләнде
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: