Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Февраль 2022, 13:30

Оҫталыҡта һынау тоттолар

Борай 3-сө урта мәктәбендә   "Йыл уҡытыусыһы - 2022" конкурсының муниципаль этабы  еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Оҫталыҡта һынау тоттолар
Оҫталыҡта һынау тоттолар

 

Конкурста бөтәһе 11 уҡытыусы ҡатнашты.
Беренсе  турҙа  бәйгеселәр үҙ фәне буйынса асыҡ дәрес күрһәтте. Икенсе  турҙа иһә улар үҙҙәре менән таныштырҙы һәм оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде.

 «Йыл уҡытыусыһы - 2022» исеменә Борай 1-се урта мәктәбенең математика һәм информатика уҡытыусыһы Илмира Рауил ҡыҙы Зарипова лайыҡ булды.

«2022 йылдың йәш уҡытыусыһы» исеменә - Кәшкәләү төп дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Флүр ҡыҙы Нурисламова,

Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы - 2022” исеменә – Таңатар төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмирә Хәләс ҡыҙы Мөнирова,

Татар теле йыл уҡытыусыһы - 2022” исеменә Салҡаҡ урта белем биреү мәктәбнең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Рим ҡыҙы Исламова эйә булды.

2-се гимназияның математика уҡытыусыһы Илмира Мулланур ҡыҙы Мәхийәнова,

3-сө урта белем биреү мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Марат Мәүлитйән улы Шәйехов һәм

Айгөл Шамил ҡыҙы Әғләмова «Йыл уҡытыусыһы – 2022» бәйгеһенең призерҙары булды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, барлыҡ ҡатнашыусыларға ла рәхмәт белдерәбеҙ.

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

 

 

 

 

Читайте нас: