Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Февраль 2022, 17:15

Ижади ҡарашлы, рухлы тәрбиәсе

Ләйсән Ғәлимова республика конкурсында ҡатнаша

Ижади ҡарашлы, рухлы тәрбиәсе
Ижади ҡарашлы, рухлы тәрбиәсе

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Ғәлимова “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының йыл педагогы” республика конкурсы сиктәрендә  үткән “Туған телдә тәрбиә биргән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” бәйгеһендә ҡатнаша. Ижади ҡарашлы, рухлы тәрбиәсе бәләкәстәргә туған телебеҙҙә тәрбиә биреүҙә, мәҙәниәтебеҙгә, башҡорт халыҡ ижадына  һөйөү уятыуҙа ҙур тырышлыҡ һала, эшендә төрлө алымдар ҡуллана.

 Республика бәйгеһенең “Конкурста ҡатнашыусының интернет-ресурсы” тип аталған беренсе турында Ләйсән Зөфәр ҡыҙы уңышлы сығыш яһап, байтаҡ балл йыя һәм 15 иң яҡшы конкурсант иҫәбенә инә. Ә бөгөн ул конкурстың икенсе турында ҡатнашып, балалар менән туған телдә әкиәттәр буйынса уйын формаһында йөкмәткеле сара үткәрә.

Ләйсән Зөфәр ҡыҙына бәйгелә уңыштар юлдаш булыуын һәм өс турҙы ла лайыҡлы үтеп, еңеү яулауын теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: