Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль 2022, 08:10

“Йыл уҡытыусыһы” кем булды?

Ҡариҙел ауылында “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсына йомғаҡ яһалды.  

“Йыл уҡытыусыһы” кем булды?
“Йыл уҡытыусыһы” кем булды?


Быйылғы педагогиҡ оҫталыҡ бәйгеһендә райондың 11 мәктәбенән 13 уҡытыусы көс һынашты.

Лауреаттарҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһында хакимиәт башлығы А.Шәйҙуллин, уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Р.Вәлинуров, мәғариф бүлеге начальнигы З.Нәжметдинова ҡатнашты.

Айҙар Әнғәм улының педагогтарға арналған ялҡынлы телмәренән һуң, күркәм сәхнәгә “Йыл уҡытыусыһы”конкурсының лауреаттары күтәрелде. Бына улар: Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Зарина Фәнис ҡыҙы Ғәлләмова, ошо уҡ мәктәптең математика уҡытыусыһы Ирина Владимировна Дунаева һәм Әртәкүл урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Петровна Стрижак!
Ҡортлокүл урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡәҙриә Тәфкил ҡыҙы Нухова “Йыл уҡытыусыһы” тип танылды. Уға яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Владимир Алимовтың премияһы тапшырылды.

Һәр конкурсант Почет грамоталары, сәскәләр менән бүләкләнде.
Конкурстың ҡарары буйынса Ҡәҙриә Нухова “Йыл уҡытыусыһы”, Зарина Ғәлләмова “Йәш йыл уҡытыусыһы”, Елена Стрижак “Йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсының республика этабында ҡатнашасаҡ. Педагогтарыбыҙға уңыштар теләйек!

Гөлнара Солтанова.

“Йыл уҡытыусыһы” кем булды?
“Йыл уҡытыусыһы” кем булды?
“Йыл уҡытыусыһы” кем булды?
Читайте нас: