Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль 2022, 14:35

"Беҙ – гагаринсылар!”

"Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында полиолимпиаданың муниципаль этабы уҙҙы.  

"Беҙ – гагаринсылар!”
"Беҙ – гагаринсылар!”

 

Унда барлығы дүрт балалар баҡсаһынан 14 тәрбиәләнеүсе үҙ көсөн һынаны. Һәр ҡатнашыусы шәхси бланкаларҙа эшләне. Биремдәр баланың логик фекерләү, математик һәләтте, телмәр үҫтереүҙе асыҡлауға йүнәлтелгәйне.

Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынға Тимур Хөснийәров (3-сө балалар баҡсаһы, өлкән төркөм) һәм Әдилә Әхмәтнурова (3-сө балалар баҡсаһы, әҙерлек төркөмө), 2-се урынға Сафия Дружинина (5-се балалар баҡсаһы, өлкән төркөм) һәм Лиана Хаматова ( 2-се балалар баҡсаһы, өҙерлек төркөмө). 3-сө урынға Динә Дәүләтгәрәева ( 3-сө балалар баҡсаһы, өлкән төркөм) һәм Данир Ғилуанов ( 3-сө балалар баҡсаһы, өҙерлек төркөмө) лайыҡ булды.

 

Еңеүселәрҙе һәм уларҙы әүерләүсе тәрбиәселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Борай районы.

"Беҙ – гагаринсылар!”
"Беҙ – гагаринсылар!”
Читайте нас: