Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Мәғариф
8 Февраль 2022, 13:30

Кескәйҙәр һынатманы

Бөгөн Борай ауылының "Ҡояшҡай" 3-сө балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Беҙ – гагаринсылар!” республика олимпиадаһының муниципаль этабы уҙҙы.  

Кескәйҙәр һынатманыКескәйҙәр һынатманы
Кескәйҙәр һынатманы

 

Унда барыһы 11 бала ҡатнашты. Кескәйҙәрҙе физик яҡтан нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, спортҡа һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу - ошо сараны үткәреүҙең төп маҡсаты.

Ҡатнашыусыларға 5 биремде үтәргә тура килде: йүгереү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, туп бәреү, алға эйелеү һәм ауыш. Балалар барыһын да тырышып үтәне.

Өлкәндәр төркөмө араһында иң яҡшы һөҙөмтәләргә Данил Шәйәхмәтов менән Йәсминә Дәүләтгәрәева иреште.

Әҙерлек төркөмөндә - Рүзил Закиров менән Арина Гейгер.

Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм олимпиаданың республика этабында уңыштар теләйбеҙ!

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

 

Кескәйҙәр һынатманы
Кескәйҙәр һынатманы
Кескәйҙәр һынатманы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас