Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Февраль 2022, 08:38

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы киңәйтелде

Республика Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың яҙында уҡ ошо турала белдергәйне. 2022 йылдың 28 ғинуарында министрҙар кабинеты етәксеһе Андрей Назаров үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйған.

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы киңәйтелде
Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы киңәйтелде

Атап әйткәндә, хәҙер 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡала һәм район хакимиәттәре менән хеҙмәт килешеүе төҙөгән тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған 600 мең һум аҡса түләнә (элек 50 мең һумға тиклем ине).

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, программа бик кәрәкле булып сыҡты. Республиканың финанс-иҡтисади блогы түләүҙе арттырыу бурысын үтәй. Йыл һайын Башҡортостан бюджетынан «Ауыл тренеры» программаһына 60 миллион һум бүленә. Килешеү төҙөгән тренерҙар ауыл ерендә кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-02-01/v-bashkirii-rasshirili-programmu-selskiy-trener-dlya-krupnyh-naselyonnyh-punktov-2675954

Автор:Гульшат Байназарова
Автор:
Читайте нас: