Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
31 Ғинуар 2022, 06:15

Сифат һәм оҫталыҡты үҫтерәсәкбеҙ

Бөрө күп профилле һөнәрселек колледжының  бай  тарихы ярты быуаттан ашыу ваҡыт эсендә үҙе үк яңырыш,  уҡыу процесының, әҙерлек программаларының һәм матди-техник базаның үҫеш өлгөһө булып тора. Уның иң әһәмиәтле осоро һуңғы йылдарға тура килә. Бигерәк тә уҙған йылдың декабрендә республикала үткән VII “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) асыҡ төбәк чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса күренә. Уҡыу йортоноң әлегеһе һәм киләсәге тураһында уның директоры Екатерина Литвинова менән әңгәмәне сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ.

Сифат һәм оҫталыҡты үҫтерәсәкбеҙСифат һәм оҫталыҡты үҫтерәсәкбеҙ
Сифат һәм оҫталыҡты үҫтерәсәкбеҙ

 

Екатерина Николаевна, “WorldSkills” чемпионаты урта һөнәри белем биреү системаһын камиллаштырыуҙың, эшсе һөнәрҙәр абруйын күтәреүҙең бер ҡоралы булдыҺеҙҙең студенттар һәм уҡытыусылар өсөн халыҡ-ара бәйгелә ҡатнашыу  алға этәргес бирҙеме?

— Эйе. Беҙ һөнәри әҙерлек һәм белем биреүҙең сифатын күтәреүҙең яңы юлдарын, йәштәрҙе һөнәри белем алыуға ҡыҙыҡһындырыуҙың, шәхси һәм карьера үҫеше өсөн квалификация кимәлен күтәреүҙең яңы ысулдарын асабыҙ. 2016 йылдан алып беҙҙең студенттар чемпионатта “Иретеп йәбештереү технологиялары”, “Ашнаҡсы эше”, “Ҡоро төҙөлөш мастеры” компетенциялары буйынса төбәк кимәлендә еңеү яулай. Үткән йыл чемпионаттың һайлап алыу этабында “Ашнаҡсы эше” компетенцияһы буйынса Зөлфинә Хәбирова, “Иретеп йәбештереү технологиялары” компетенцияһы буйынса Артур Михайлов ҡатнашты. Беҙҙең колледж асыҡ төбәк чемпионатында “Ҡоро төҙөлөш һәм штукатур эштәре” компетенцияһында икенсе йыл ғына ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, һөҙөмтәләр баштан уҡ һөйөндөрә. Өсөнсө йыл республика буйынса  Александр Попов, үткән йыл Риф Ғәлләметдинов өсөнсө урын яуланы.  Бындай оҫталыҡ бәйгеләрендә ҡатнашыу һөнәри үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә, үҙеңдең белгәндәреңде башҡа конкурсанттарҙың һөнәри кимәле менән сағыштырырға, үҙ көсөңдө “аныҡ шарттарҙа” тикшерергә ярҙам итә.

— “WorldSkills Russia” чемпионаты республикала һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур этәргес бирҙе. Чемпионатҡа 750 миллиондан артыҡ һумға алынған йыһаз уҡыу йорттарына бирелде, уларҙа 100-ҙән ашыу заманса оҫтаханалар төҙөлдө. Һеҙгә нимә тапшырылды?

— Беҙ “Ашнаҡсы эше” белгеслеге буйынса тулы комплект йыһаз алдыҡ. Оҫтахана өсөн бина бүлдек, әле унда ремонт эштәре бара. Канализацияны, электр селтәрен яңыртабыҙ. Дөйөм алғанда, беҙҙең матди-техник база ярайһы ғына. Оҫтаханалар, спорт һәм йыйылыштар залдары, дөйөм ятаҡ, китапхана, медицина кабинеты бар. Уҡыу-етештереү базаһы ла яҡшы. Уҡыу хужалығында 119 гектар һөрөнтө ер, тракторҙар, автомобилдәр, комбайндар бар. Барлыҡ кабинеттар һәм лабораториялар кәрәкле техник саралар менән тәьмин ителгән. Мәғлүмәти телекоммуникация селтәрҙәренә, шулай уҡ электрон белем биреү ресурстарына инеү мөмкинлеге бар.

 — Колледжда “WorldSkills” стандарттары уңышлы ҡулланыламы?

—Тәү сиратта был эштең системалы һәм эҙмә-эҙлекле алып барылыуын әйтеп үтергә кәрәк. Ике йыл элек “Кирбес һалыу” компетенцияһы буйынса күрһәтеү имтиханы үткәреү үҙәген, үткән йыл “Ҡоро төҙөлөш һәм штукатур эштәре” компетенцияһы буйынса аккредитация үттек. Планда — “Электромонтаж” компетенцияһы буйынса оҫтахана йыһазлау.  “WorldSkills” сиктәрендә беҙҙең уҡытыусылар һөнәри һынау конкурстарында ҡатнаша, “Күрһәтеү имтиханы эксперты” программаһы буйынса уҡыуҙар үтә.

—         Бөгөн теоретик белемгә нигеҙләнгән һөнәри белем биреү заманса хеҙмәт баҙары талаптарына яуап бирмәй. Студент алған һөнәренең тормошта кәрәкле булыуын белергә тейеш. Колледж эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештәме?

—         Беҙҙең колледжда урта звено квалификациялы эшсе кадрҙар һәм белгестәр әҙерләү структураһы республиканың, райондың һәм ҡаланың хеҙмәт баҙары талаптарына йүнәлтелгән. Машина төҙөү, төҙөлөш, республика, ҡала һәм райондың милектең төрлө формаларын хеҙмәтләндереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләйбеҙ. Был беҙҙең өлкәне модернизациялау процесының бер  өлөшө.

“ЛМ-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, дөйөм туҡланыу предприятиелары, матурлыҡ салондары һәм бөҙрәханалар, “Үҙәк” МТС-ының Бөрө филиалы, “Электр селтәрҙәре”, “Сегмент-Р” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һәм башҡалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Беҙҙә уҡып сыҡҡан йәштәрҙе эшкә урынлаштырырға ярҙам итеү хеҙмәте бар. Ҡала предприятиелары һәм ойошмалары менән һуңынан уларҙа эшкә ҡалыу мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, производство практикаларын үткәреүгә  оҙайлы  ваҡытҡа 15-тән артыҡ  килешеү төҙөнөк. Уҡыған йәштәр мәшғүллеге һәм һөнәр алғандарҙы эшкә урынлаштырырға ярҙам итеү —  мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе.

Илдә дүрт йыл инде “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Киләсәккә билет” һөнәри йүнәлеш биреү проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты аныҡ  — өлкән класс уҡыусыларында киләсәк һөнәрҙе ныҡлы уйлап һайлау күнекмәләрен формалаштырыу. Колледж был проектта ҡатнашамы?

—         Мотлаҡ ҡатнашабыҙ. Үткән йылдың ноябрендә Өфөлә ВДНХ-ла “Рәсәй — минең тарих” тарихи паркында һөнәри һынауҙар үтте. Ике көн буйына республиканың 6-сы-11-се кластарҙа белем алыусы 223 уҡыусыһы үҙен парикмахер һәм кондитер ролендә һынап ҡараны, һөнәрҙәр тураһында белгестәрҙән мәғлүмәт  һәм кәңәштәр алды. Күптән түгел  шундай уҡ һөнәри һынауҙарҙы онлайн-режимда  республика кимәлендә үткәрҙек.

Былар урта һөнәри белем биреүҙе модернизациялау буйынса башҡарылған эштәрҙең бер нисәһе генә әле. Быйыл да беҙ шәхесте үҫтереүгә йүнәлтелгән остазлыҡ, ирекмәнлек практикаһын дауам итәсәкбеҙ. Һәм беҙҙең барыһы ла  килеп сығасаҡ!

—     Һеҙгә уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Ольга Платонова.

Сифат һәм оҫталыҡты үҫтерәсәкбеҙ
Сифат һәм оҫталыҡты үҫтерәсәкбеҙ
Сифат һәм оҫталыҡты үҫтерәсәкбеҙ
Сифат һәм оҫталыҡты үҫтерәсәкбеҙ
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас