Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Ғинуар 2022, 14:00

Һәр яҡлап өлгөлө уҡытыусы

Татарбай мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Диләрә Малик ҡыҙы Саҙырова бар  ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған.

Һәр яҡлап өлгөлө  уҡытыусы
Һәр яҡлап өлгөлө уҡытыусы

 

Диләрә Малик ҡыҙы  Татарбай ауылында 1964 йылдың 12 октябрендә Филүзә һәм Малик Саҙыровтар ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә яҡшы уҡый, бар ярыш-сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Әсәһенең юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Әйткәндәй, атаһының бер туған апаһы ла уҡытыусы булып эшләй. Дөйөм алғанда, туғандары араһында уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар күп. Диләрә Саҙырованың ҡыҙы ла педагог булып эшләп ала.

Диләрә Малик ҡыҙы бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында  1980 йылда Благовещен педагогия колледжына уҡырға инә. 1984 йылда йәш белгес хеҙмәт юлын Мишкә районының Янағош ауылында башлай. Тәлғәт Лотфулла улы Саҙыровҡа кейәүгә сыҡҡас,  Татарбай ауылында төпләнәләр. 1986 йылдан бөгөнгәсә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ситтән тороп Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай. Диләрә Малик ҡыҙының уҡыусылары район, республика конкурстарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Үҙе лә һөнәри конкурстарҙа ҡатнаша. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Был юғары үрҙәрҙе уҡытыусы үҙ тырышлығы менән яулаған. Диләрә Малик ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы. Тәжрибәле уҡытыусы һәр дәресен ныҡлы әҙерлек менән, төрлө дидактик материалдар, яңы технологиялар ҡулланып, ҡуйған маҡсатына ирешерлек итеп үткәрә. Ул матурлыҡты, бөхтәлекте ярата, шуға ла мәктәп уҡыусыларында ла был сифаттарҙы тәрбиәләүгә бик күп көс һала.

“Бөтә эште еренә еткереп башҡара. Һәр ваҡыт ярҙамға килә. Мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша”, —  тип маҡтап үтте уны мәктәп етәксеһе Римма Йәүҙәт ҡыҙы Дәүләтшина.

Диләрә Малик ҡыҙы оҫта хужабикә лә. Йорт-ҡуралары һәр ваҡыт таҙалыҡтан “ялт” итеп  тора, йәй көндәрендә баҡсалары гөл-сәскәгә күмелә.  Улдары Радмир һәм ҡыҙҙары Рушанияға тормош иптәше менән яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Улар хәҙер юғары уҡыу йорттарын тамамлап, эшләп йөрөй. Ата-әсәләре  кеүек бик тырыш, эшһөйөүсәндәр.


Диләрә Малик ҡыҙының тағын бер хөрмәткә лайыҡ сифаты бар. Ул төп йортто һаҡлап тороусы оло йәштәге  әсәһенә бик ҙур ярҙам күрһәтә, тәрбиәләй. Әсәһе  тураһында әйтелгән һүҙҙәрендә оло хөрмәт, ғорурлыҡ сағыла...Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла ваҡыт таба Диләрә Саҙырова. Ул ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған “Саф шишмә” ансамбле ағзаһы ла.  “Саф шишмә”ләр  район Мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙы ғына түгел, республика кимәлендә уҙғарылған байрамдарҙы ла биҙәй.

 — Минең әсәйем  Филүзә Әйүпова үҙенең тырышлығы һәм хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән балаларына һәм ейәндәренә өлгө булып тора. Ул  Мишкә районы Яңы Сәфәр  ауылында тыуа.  Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытына тап килә. Ул йылдарҙың бар ауырлығын күреп үҫә ул. Һуғыш башланғанда уға ни бары һигеҙ йәш була. Бала ғына булыуына ҡарамаҫтан, ул йылдар хәтерендә яҡшы ҡалған.

Ауыл ир-егеттәре яуға китә, бар эштәр ҡатын-ҡыҙҙар һәм оло йәштәгеләр иңенә  төшә. Олатайым Хәбибулла Абдулла улы Ағишев та һуғыштың беренсе көнөнән фронтҡа алына. Атайымдың апаһы Мәрүә Ағишева һуғышҡа тиклем Мишкә районының Байҡаш ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән. Унан элемтәсе  булып фронтҡа алына. Әсәйем Филүзә Әйүп ҡыҙы бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булыуына ҡарамаҫтан, уҡырға теләге көслө булғандыр күрәһең, ул Бөрө педагогия училищеһына уҡырға инә. 30 йылдан ашыу Татарбай ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.  Фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө наградалар менән баһалана, “Педагогик хеҙмәт ветераны” исемен лайыҡлы йөрөтә.  Әлеге көндә хаҡлы ялда, — ти Диләрә Саҙырова.

 — Башланғыс класс уҡытыусыһы балаларға бик ҙур йоғонто яһай. Кескәйҙәр  тәрбиә биреүсе беренсе остаздарының һәр аҙымын һәм һүҙен ғүмерлеккә күңеленә һеңдерә, уның эшенә ҡарашын, тырышлығын күреп, шул уҡ сифаттарҙы үҙендә лә тәрбиәләргә тырыша. Мәктәптә эшләү дәүерендә бик күп класс балаларына төплө белем генә түгел, үҙ миҫалында тәрбиә биргән Филүзә һәм Диләрә апайҙарын уҡыусылары һәр саҡ яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Улар араһында минең улым, туғандарым да булыуына бик шатланам. Форсаттан файҙаланып, рәхмәттәремде еткергем килә, - ти күп йылдар бер мәктәптә эшләгән  хеҙмәттәше Әнүзә Ғәлишан ҡыҙы Сафина.


Мин дә, үҙ сиратымда, ошо уҡытыусылар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәхет теләйем. Илебеҙҙә ошондай ысын уҡытыусылар булғанда балаларыбыҙ тәрбиәле һәм белемле булыр, тимәк – киләсәгебеҙ өмөтлө.

Лилиә Хәсәнова.

 

Һәр яҡлап өлгөлө  уҡытыусы
Һәр яҡлап өлгөлө  уҡытыусы
Һәр яҡлап өлгөлө уҡытыусы
Читайте нас: