Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Мәғариф
31 Ғинуар 2022, 08:00

Педагогик династияның лайыҡлы вәкиле

Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Светлана Сафиуллина — 248 йыл педагогик стажға эйә Әминевтар хеҙмәт династияһының лайыҡлы вәкиле.  

Педагогик династияның лайыҡлы вәкилеПедагогик династияның лайыҡлы вәкиле
Педагогик династияның лайыҡлы вәкиле

Уҙған йылда Светлана Роберт ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан башланғыс алған йәш белгестәр өсөн грантҡа эйә булды.  Унан һуң Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған “Педагогик династия” конкурсында икенсе урын яуланы.

Уҙған йылдың декабрь башында үткән ҙур күләмле төбәк-ара бәйге иң яҡшы педагогик династияларҙы билдәләне. Бәйгенең ситтән тороп ҡатнашыу этабында ғына ла Рәсәйҙең 14 төбәгенән династиялар күрһәтелде. Светлана Сафиуллина апаһы Эльза Мөхәмәтйәнова менән бергә “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында ҡатнашып, маҡтаулы икенсе урынға һәм ҡиммәтле бүләккә эйә булды.

Педагогик династияның башы — Һәйтәк ауылында. Светлананың әсәһе Роза Мозафарова Һәйтәк урта мәктәбе уҡыусыларына инглиз теленән белем биреүгә ғүмерен бағышлаған шәхес. Светлананың апаһы Резеда Нефтекама ҡалаһында инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Светлана Роберт ҡыҙы Һәйтәк урта мәктәбен — көмөш миҙалға, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының сит телдәр факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Диплом алғас, фән юлынан китеү мөмкинлеге булһа ла, мәктәпте һайлай йәш педагог һәм һис кенә лә яңылышмай. Уҡытыусының дәрестәре йәнле үтә, уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәҫәлән, 2021 йылда Алия Әхкәмова фәнни-тикшеренеү эше буйынса республика конкурсында — 2-се урын, Азалия Сабирова “Туҡай моңдары” бәйгеһендә бөйөк Туҡай әҫәрҙәрен өс телдә һөйләп — Гран-при, Диана Хажиева инглиз телендә илдәр буйлап сәйәхәт итеү VI республика олимпиадаһында 2-се урын яулаған.

Йәш белгес Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбендә 2017 йылдан башлап эшләй, бирегә ул төплө белем генә түгел, ҙур тәжрибә менән ҡайта, тиһәм дә хата булмаҫ. Хеҙмәт юлын Екатеринбург ҡалаһының сит телдәрҙе өйрәнеү мәғариф үҙәгендә башлай, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып өлкәндәргә ҡәҙәр уҡыта ул. Иҫке Балтас ауылы егете Роберт Сафиуллин менән ғаилә ҡорғас, Өфө ҡалаһына күсенеп, инглиз телен тәрәнтен уҡытыуға махсуслашҡан 16-сы гимназияла эшләй. Улдары Әмир тыуғас, тыуған райондарына ҡайта йәштәр. Бирелә яңы йорт тергеҙәләр. Хәҙер инде Светлана Сафиуллина тыуған ерендә 2-се-11-се класс уҡыусыларына белем бирә. Хеҙмәтенә бөтә йәшлек дәртен, фантазияһын һала йәш белгес, инновацион алымдар ҡулланыуға ҙур иғтибар бирә, дәрестәрен ҡыҙыҡлы итеп алып бара, уҡыусыларында телгә ҡарата хөрмәт тәрбиәләй.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас