

Был сара уҡыусыларҙы аш-һыу оҫталыҡтарына өйрәтеү һәм республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли кухняһы үҙенсәлектәренә йәлеп итеү, шулай уҡ милли йолаларҙы үҫтереү маҡсатында үтте.
26 ғинуар көнө, шулай итеп, һәр мәктәптә 7-11 класс уҡыусылары өсөн технология уҡытыусылары, ашнаҡсылар милли аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Ишектән килеп инеү менән танауҙы һәр төрлө ҡамыр аштары еҫе ҡытыҡланы. Әйткәндәй, район уҡыусылары башҡорт, татар, рус, мари телдәрен өйрәнә. Шуға ла өҫтәлдәрҙә тап ошо халыҡтарҙың ашамлыҡтары урын алды ла инде.
Мәҫәлән, Иҫке Аҡбүләк урта мәктәбендә ашнаҡсы Нурмагомедова Әлфиә Мөхәмәтнур ҡыҙы 7,8,9-сы класс ҡыҙҙары менән туҡмаҫ киҫте, ҡош телен әҙерләне. Был оҫталыҡ дәресе уларға бик оҡшаны, сөнки Әлфиә Мөхәмәтнур ҡыҙы был ризыҡтарҙың тарихын да, туҡмаҫты йоҡа итеп әҙерләү, ҡош телен бешереү серҙәрен дә бик яҡшы итеп аңлатты, киләсәктә хужабикәләргә был һөнәрҙәр кәрәк буласағына ла ишара яһаны.
Урғыш, Ҡариҙел 1-се урта мәктәбендә лә табала майҙар ҡыҙҙы: бында уңғандар ҡыҫтыбый бешереп һыйландылар.
Яңы Бәрҙәш, Байҡыбаш илһөйәрҙәре иһә бауырһаҡ, ҡоймаҡ, ҡош теле ризыҡтарын әҙерләне.
Бәләкәй кластағы уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманы, ҡайта һалып, әсәй-өләсәйҙәре менән тиҙ арала ҡоймаҡтар, бәлештәр, бауырһаҡтар һәм башҡа тәмлекәстәр әҙерләп, уҡытыусыларына матур фото ебәрҙе. Социаль селтәрҙәрҙә барған был флешмоб барыһына ла оҡшаны. "Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә" , ти бит халыҡ.
Гөлнара Солтанова.