Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
26 Ғинуар 2022, 05:25

Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша

Балалар ижады үҙәгендә “Йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең  өсөнсө туры – “Оҫталыҡ дәресе”н күрһәтеү ойошторолдо.

Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлашаҺөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша
Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша

“Йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе байтаҡ йылдар үткәрелһә лә, үҙенең актуаллеген юғалтмай. Уҡытыусылар йылдың-йылы әлеге бәйгелә ҡатнашып, һөнәри оҫталыҡтарын арттыра, бер-береһенән нимә лә булһа өйрәнә, тәжрибә туплай. 

Ҡариҙел районында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында район мәктәптәрендә төрлө фәндәрҙән белем биргән 12  уҡытыусы ҡатнашырға теләк белдерҙе.  Уларға мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренән һәм райондың көслө уҡытыусыларынан торған жюри ағзалары алдында асыҡ дәрестәр күрһәтеп, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, уҡытыусы хеҙмәтенең нескәлектәрен һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен дә һөнәрмән булараҡ асып һалыу бурысы ҡуйылды.

Ошо көндәрҙә  Балалар ижады үҙәгендә  бәйгенең 3 туры – Оҫталыҡ дәресе - күрһәтеү ойошторолдо. Был турға алдағы һынауҙарҙы уңышлы үткән 6 уҡытыусы ҡатнашты. Ҡариҙел  2-се урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Фәхрисламов Филүс Фәһәметдин улы коллегалары алдында “Саңғы нығытмаларын ҡоршау. Коньки, саңғыларҙы физкультура дәрестәренә һәм ярыштарға әҙерләү ” темаһына оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Шулай уҡ Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең математика  уҡытыусыһы Дунаева Ирина Владимировна “Ауырмы? Ябай! Ҡыҙыҡ!”, Иҫке Аҡбүләк  төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс класстар уҡытыусыһы Мостафина Зәлифә Хәнис ҡыҙы “Ҡабын! Ҡараңғыла күрен!”, Әртәкүл урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Стрижак Елена Петровна “Рус теле һәм әҙәбиәте дәресендә «Блума аҡ сәскәһе” методик алымын ҡулланыу”, Ҡариҙел ауылы 1-се урта мәктәбенең синглиз теле уҡытыусыһы Ғәлләмова Зарина Фәнис ҡыҙы “Күп тапҡыр ҡабатлау – хәтерләүҙе үҫтереү нигеҙе”, Ҡортлокүл урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нухова Ҡәҙриә Тәфкил ҡыҙы “Белем биреүҙә QR код һәм Plikers ҡушымтаһын ҡулланыу” темалары менән мауыҡтырғыс дәрестәр күрһәтте.

Әйтергә кәрәк, һәр педагог алдына ҡуйылған бурысты үтәүгә ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнгән. Шуға ла конкурс барышында ҡаушап ҡалыусылар булманы. Улар таныш булмаған уҡыусыларҙың күңеленә юлды табып, дәресен тейешле кимәлдә үткәреп кенә ҡалманы, үҙен заманға ярашлы уҡытыу методикаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләгән, үҙ эшенең оҫтаһы булырға ынтылған, хеҙмәтенә ижади ҡараған уҡытыусы булараҡ күрһәтте.  “Йыл уҡытыусыһы – 2022”  кем булыр? “Йәнтөйәк” гәзите яңылыҡтарын күҙәтеп барығыҙ!

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

 

Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша
Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша
Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша
Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша
Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша
Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша
Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша
Һөнәри бәйге аҙағына яҡынлаша
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас