Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
24 Ғинуар 2022, 09:25

Айбулат Хажин — Асҡында

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин эш сәфәре менән Асҡын районында булды

Айбулат Хажин — АсҡындаАйбулат Хажин — Асҡында
Айбулат Хажин — Асҡында

Айбулат Вәкил улы Асҡын районында Ҡышлауйылға мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. Ул ҙур ҡыҙыҡһыныу менән белем усағының саңғы базаһын һәм робот техникаһы кабинетын ҡараны. “Бындай матди-техник базаны ҡаланың һәр мәктәбендә лә күрмәйһең әле. Шуға күрә был йүнәлештәрҙә эште йәнле алып барырға кәрәк”, —тип билдәләне ул.

Министр менән әңгәмә барышында район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов мәктәпкә яҡын ауылдарҙан балаларҙы ташыуға өҫтәмә автобус бүленеү мөмкинлеге тураһында ла һөйләште. Әлеге ваҡытта 60 балаға иҫәпләнгән баҡсаға 23 малай һәм ҡыҙ  йөрөй. Яҡын ауылдарҙан балаларын йөрөтөргә теләк белдереүселәр байтаҡ, ләкин балаларҙы баҡсаға алып килеү проблемаһы бар.

Айбулат Вәкил улы был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Сығанаҡ:https://vk.com/wall4289225_2885?w=wall4289225_2885

Айбулат Хажин — Асҡында
Айбулат Хажин — Асҡында
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас