

Балалар баҡсаһында “Ҡариҙел бал ҡорттары” байрамы үтте
Ҡариҙел ауылының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһон балалар баҡсаһынан уҡ башлауҙы яҡшы белә. Һәм ошо юҫыҡта маҡсатлы саралар ойоштора.
Ватансылыҡ төшөнсәһе киң мәғәнәгә эйә. Балаларҙа был хисте тәрбиәләүҙе туған телдән башҡа тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Баланың аңы үҫеүе, белеме артыуы, ысынбарлыҡты танып-белеүе һәм ыңғай кешелек сифаттарына эйә булыуы уның әсә телен белеүенә бәйле. Шуға күрә телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, оло ихтирам хистәре тәрбиәләгәндә башҡорт халҡының милли мираҫына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.
Ҡариҙел ауылының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре “Бал һәм бал ҡорттары” проекты өҫтөндә уңышлы эшләй. Был сараға ата-әсәләр ҙә, бөтә коллектив та әүҙем ҡушылды. Барлыҡ тәрбиәселәр бал ҡорто тураһында йырҙар,әкиәттәр, шаян шиғырҙар ижад итеп балаларға еткерҙе. Балалар «Айыуҙың ҡойроғо ни өсөн ҡыҫҡа?» халыҡ әкиәтен яратып өйрәнде.
Ҡариҙел районында урындағы халыҡ күптән умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Шуға ла тәрбиәселәр бал, уның төрҙәре, умартасы һөнәре, умарталар, керәҙ, бал ҡорто тураһында эстәлекле әңгәмәләр ойошторҙолар. Балалар ҙа ата-әсәләренән, олатай-өләсәйҙәренән бал хаҡында һорашып, күпте белделәр. Башҡорт балы – Башҡортостандың ете мөғжизәһе исемлегендә булғанын да тәрбиәләнеүселәр ҡыҙыҡһынып өйрәнде. Педагогтар Дәүләтшина Лилиә Рәмил ҡыҙы һәм Әлиә Хәнәфи ҡыҙы Насибуллина балаларға бал ҡорттары һәм уларҙы һаҡлаусы йәш экологтар тураһында йөкмәтеле йәнһүрәт төшөрҙө. Был йәнһүрәт менән педагогтар “Йәш экологтар – тәбиғәтте йәш яҡлаусылар байрамы” республика фестивалендә лә ҡатнашҡандар.
Һәр төркөмдә ата-әсәләр араһында “Бал һәм бал ҡорттары” темаһына ҡул эштәре буйынса күркәм конкурс ойошторолдо. Тап был эштәр “Ҡариҙел бал ҡорттары” байрамының биҙәге булып торҙо. Сараны балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы Нәсретдинова әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр менән ентекле итеп ойошторҙо. Был төркөм тәрбиәселәре Нәргизә Рәмил ҡыҙы Зарипова һәм Венера Сәйетгәрәй ҡыҙы Тазиева үҙҙәре лә байрамдың йөҙөк ҡашы булды. Балалар милли кейемдәрҙә йырланылар, бейенеләр. Бал ҡорттары кеүек тырыш, эшһөйәр булып үҫергә кәрәклеген һәр кескәй йөрәк үҙенең күңеленә һалып ҡуйҙы.
Гөлнара Солтанова.