

Бөгөнгө Хөкүмәттәге кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров яңы гранттар тураһында әйтте. Башҡортостанда юғары белем биреү ойошмаларына – донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн гранттар булдырыла. Ошо көндәрҙә тейешле указға ҡул ҡуйыласаҡ, тине Радий Хәбиров.
Үҫеш программаһы ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүҙе, инфраструктураны үҫтереүҙе, белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙы үҙ эсенә ала. Өфө фән һәм технологиялар университеты 200 миллион һум күләмендә грант аласаҡ, ул Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетын берләштерәсәк. Гранттар биреү тәртибен 10 февралгә тиклем раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Бынан тыш, ошо указға ярашлы, йыл һайын республика юғары уҡыу йорттарының 200 ғалимы һәм аспиранты сит илдә йәки Рәсәйҙең иң яҡшы ғилми учреждениеларында стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ йыл һайын 200 ғилми хеҙмәткәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.
– “Өҫтөнлөк-2030” программаһы сиктәрендә федераль үҙәктән күрһәтелгән ярҙамдан тыш, республика юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеү өсөн һәр саҡ аҡса эҙләп табасаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: media.kpfu.ru