+30 °С
Болотло


Борай 2-се гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлиева менән Борай 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Аделина Дүсмәтова рус әҙәбиәтенән уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призер булды. Уҡыусыларҙы олимпиадаға әҙерләүсе уҡытыусылар Ирек Хәниф улы Ғәлиев менән Айһылыу Марат ҡыҙы Әхәтованы һәм призер булған Алһыу Ғәлиева менән Аделина Дүсмәтованы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ Ханова.