Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
13 Ғинуар 2022, 07:05

Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ

Ә Ҡариҙел районында ҡурсаҡ театры күптән гөрләй...

Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡМәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ

Башҡортостандың мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары мәктәп театрҙарын үҫтереү тураһында программаһына старт бирәсәк. Әлегә республикала 119 мәктәп театры эшләй.  2024 йылға тиклем бөтә мәктәптәрҙә лә мәктәп театрҙарын булдырыу һәм уны йыһазландырыу программаның маҡсаты итеп билдәләнгән. Педагогтарға Өфө дәүләт сәнғәт академияһында махсус курстар үтеү, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралған. Ошо көндәрҙә республика театрҙары остаздарын төбәктәр буйлап  тәғәйенләнеләр. Мәҫәлән, Асҡын, Ҡариҙел, Тәтешле, Балтас райондарына Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры беркетелгән.

Ә Ҡариҙел районында ҡурсаҡ театры күптән гөрләй...

Райондың Магинск ауыл китапханаһы китапханасыһы Наталья  Кирякова күп йылдар дауамында үҙ тырышлығы менән ҡурсаҡ театры асып, урындағы балалар менән шөғөлләнеп килде. 2020 йылда ауылда яңы күп функциялы клуб төҙөлгәс, китаптар йорто ла моделле китапхана статусы алғас, Наталья Анатольевнаға яратҡан шөғөлөн киңәйтеп ебәрергә мөмкинселек асылған. Ҡурсаҡ театрын яратыусылар менән “Шат балалар” исемле төркөм төҙөп ала. Бәләкәстәргә киң билдәле рус халыҡ әкиәттәрен өйрәнеп алып, улар клубта, мәктәптә сығыш яһап, үҙҙәренең тырышлыҡтарын күрһәтәләр.

Райондың мәҙәниәт бүлеге Н.А.Киряковаға мәҙәниәт өлкәһендәге Президент фондына заявка ебәреүен тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә уҙған йылдың октябрендә “Шат балалар” ҡурсаҡ театры 279 434 һум күләмендә грантҡа эйә булды! Магинск күп функциялы клубына шулай итеп, рус халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштереү өсөн бирсәткәле ҡурсаҡтар, һәр төрлө сәхнә ҡорамалдары, тауыш аппаратуралары алынды. Клуб директоры Д.Р.Камилйәнова, художество етәксеһе Л.Р.Камилйәнова, китапханасы Н.А.Кирякова был уңышты ҡыуанып ҡаршы алды һәм ең һыҙғанып эшкә тотондо ла инде. Был остаздары ярҙамында яңы йыһаздары менән “Шат балалар” ҡурсаҡ театры ауылдаштарын, мәктәп уҡыусыларын, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен һөйөндөрҙө лә инде. Йәш театрҙың репертуарында әлегә “Шалҡан”, “Йомро икмәк”, “Ҡуян өйө” кеүек рус халыҡ әкиәттәре. Киләсәктә беҙҙең районға беркетелгән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән осрашып, яңы маҡсаттар ҡуйылып, төбәктең иң шәп театрына әйләнер тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Мәктәп театрҙары үҫеш аласаҡ
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас