

— “Илнара бик тырыш, һәләтле ҡыҙ. “4”-ле һәм “5”-ле билдәләренә генә өлгәшә. Илнара әҙәби китаптар уҡырға ярата, шуға ла уның тел байлығы, фекерләү ҡеүәһе көслө. Ҡустыһы һәм һеңлеһе өсөн дә ул һәр яҡлап үрнәк булып тора. Илнараны ҙур уңышҡа ирешеүе менән ҡотлайым һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйем” — ти үҙ эшенең оҫтаһы булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова.
Илнараның ижад емешен һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ:
Ғилемле кеше – ҡанатлы ҡош.
Ғилемле кеше – ҡанатлы ҡош.Башҡорт һүҙлегендә – ғилем – фән, белем алыу тигәнде аңлата. Кеше донъяға тыуғас та тирә – яҡты күҙәтеү, өйрәнеү менән ҡыҙыҡһына башлай.Әҙәм балаһы тәбиғәт тарафынан шулай яратылған.
Кешелек донъяһы элек – электән нимәлер өйрәнергә, яңынан - яңы асыштар яһарға, тормош дәрәжәһен күтәрергә, яҡшыртырға ынтылған. Күп йылдар, ғасырҙар дауамында кеше үҙенең аңын үҫтереп бөгөнгө көндә, беҙ йәшәгән осорҙа, ғилем донъяһында иҫ киткес нәтижәләргә ирешкән. Әле булһа ғалимдәрҙең төрлө фәндәр өлкәһен өйрәнеү ҙур тиҙлек менән дауам итә.
Дөнъяға тыуған һәр бер бала белем һуҡмағын үтергә, тормош китабын өйрәнергә тейеш. Ул донъяға тыуған икән, тимәк, ерҙә эҙ ҡалдырырға килгән. Мин көн һайын уҙған һуҡмаҡ – мәктәп менән ғаилә араһын бәйләп торған изге юл. Ошо юлдарҙы уҙғанда ғына, уҡыу, тырышыу,танып белеү, өйрәнеү һәм дә белем – ул тереклек һыуы. Ғилем – дошман, ҡараҡ та урлай алмай торған мәңгелек йәшерен хазина. Ғилемле кеше бай ҙа, әхләкле лә, ай һәм йондоҙҙар кеүек яҡты ла. Уҡыған кеше генә,юғары күктәргә осыр ҡоштай, бейек тауҙарға үрләр,асылмай торған ишектәргә белем асҡыстары табыр. Ғилем күңел күҙен асыр, наҙанлыҡ ҡараңғылығын тарҡатыр, оло даръяларға ирештерер, дошмандарға ҡаршы ҡорал булыр,тереклекте һаҡлар, донъяла тороу юлдарын белдерер.
Кешенең аңы, белеме туҡтауһыҙ үҫешә. Элек – электән беҙҙең ата – бабаларыбыҙ киләсәк быуынға, үҙенең ырыуына ғорөф – ғәҙәттәрен, аң – белемен еткеҙергә тырышҡан.Тормош тәжрибәһенән күҙәтеүҙәр яһап халыҡтың ғилем тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр тыуған. Алтын дәүләт түгел, ғилем – дәүләт,ғилем – ҡош, аҡыл – ҡанат, ғилем – нур, наҙанлыҡ – хур, белемһеҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош кеүек, бер ҡая ла оса алмаҫ. Ысынлап та, ғилемле кешегә бар юлдар ҙаүтерлек, осор ҡошҡа күк диңгеҙҙәрен гиҙерлек. Юҡҡа ғына белемле кешене ҡанатлы ҡоштар менән сағыштырмағандар.Бөтә нимәне лә белһәң, иңдәргә ҡанат үҫеп әллә ҡайҙарға алып китер төҫлө.Ошо ҡанаттар ярҙамында уҙған ғилем юлы – бер ҡәҙерле юлыбыҙҙыр, ләкин ул бик мәшәҡәтле һәм бик ауыр ҙа.Шулай булһа ла осо – бәхеткә, ахыры – камиллеккә барып тоташа.
Беҙҙең йәшәйештә һәр дәүерҙең үҙенең ғалимдары, күренекле сәнәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусы – шағирҙары булған,бар һәм булыр ҙа! Улар беҙгә үҙҙәренең яҙмалары аша сикһеҙ хазина ҡалдырған.Аҡмулланың «Ғилем хаҡында йәштәргә бер һүҙ» шиғырындағы белемгә эйә булыуға саҡырыуы, кеше аҡылының сикһеҙ мөмкинселектәре тураһында һөйләүе иҫкә төшә. Ғалимдәребеҙҙең дә бурысы - яңы ҡоралмалар эшләү, технологиялар булдырыу, уларҙы ғилем донъяһына тәҡдим илтеү.
Ғилемле, белемле булыу өсөн ихлас тырышырға кәрәк, йәш ваҡыттар ғүмерҙә бер генә мәртәбә килеүен,был ваҡыт бер үтеп киткәннән һуң кире ҡайтмауын, йәш ваҡытта дөрөҫ тәрбиә алмаған кеше һуңынан тура юлға баҫа алмаясағын онотмаһын ине.
Наилә Имаева.