

Бөгөн Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә "Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы" район конкурсы үтте. Мәктәп ашханаларынан 15 ашнаҡсы ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла визит карточкаһынан алып өй эше менән тамамланғанға тиклем яуаплы әҙерләнгән. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүгә лайыҡ ине.
Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе һайлауы бик ауыр булды. Шулай итеп, беренсе урынға Үрге Ҡарыш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе ашнаҡсыһы Эльвира Сәлимова лайыҡ булды. Икенсе урынды - Уразай ауылы ашнаҡсыһы Фиданиә Нуретдинова, өсөнсө урынды Иҫке Балтас ауылы башланғыс мәктәбе ашнаҡсыһы Хәсәнова Фәнилә алды. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ теләйбеҙ.
Гөлназ Ғәлләмова.