Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
9 Ғинуар 2022, 05:55

Һеҙҙә ҡаҡ ҡоялармы?

«Айыҡ ауыл – 2021» республика конкурсы сиктәрендә Ҡашҡала үткән сараға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар урындағы мәктәп эшмәкәрлеге менән дә танышты.#Айыҡауыл2021Ҡашҡаауылы#Трезвоесело2021Кашкино#Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы

Һеҙҙә ҡаҡ ҡоялармы?Һеҙҙә ҡаҡ ҡоялармы?
Һеҙҙә ҡаҡ ҡоялармы?

 

 

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Ҡашҡа мәктәбендә лә ихлас ҡаршы алдылар. Уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың ҡул эштәренән, милли аш-һыуҙарҙан күргәҙмә әҙерләнгәйне. Әйткәндәй, ошо мәктәпте тамамлаған Винарис Абдуллин күргәҙмәлә үҙе 1997 йылда хеҙмәт дәресендә уҡытыусыһы Данис Фазлетдинов ярҙамында әсәһенә 8 Мартҡа бүләккә эшләгән ижад емешен дә күреп, бик ҡыуанды һәм хәтирәләргә бирелде.

Артабан мәктәп директоры Азат Ғәлимйән улы Фәйзуллин етәкселегендә ҡунаҡтар “Үҫеш нөктәһе” буйынса асылып, заманса йыһазландырылған уҡыу кабинеттары менән танышты.

Тәжрибәле уҡытыусы, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта Люзиә Ғәлиәкбәрова менән китапханасы Зифа Ғәлимова күрһәткән төрлө еләк-емештәрҙән ҡаҡ ҡойоу буйынса оҫталыҡ дәресе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Туғыҙ төрлө ҡаҡты тәмләп, уны әҙерләү процесы менән танышып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һоруҙарға яуап та алды сарала ҡатнашыусылар.

 

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас