

"Айыҡ ауыл - 2021" республика конкурсы сиктәрендә үткән йомғаҡлау сараларында ҡатнашыусы мәртәбәле ҡунаҡтар урындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында ҡунаҡта булды.
Ҡашҡа ауылында балалар баҡсаһы 1961 йылдың декабрендә асыла. 1991 йылдың октябрендә ул яңы бинаға күсә һәм “Аҡбуҙат” исемен йөрөтә башлай. Был балалар баҡсаһы республикабыҙҙа сығыусы балалар журналы “Аҡбуҙат”тың йәштәше булып сыҡты. Танылған шағирә Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина етәкләгән был журнал да үткән йыл үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Баҡса мөдире Вәрисә Ғабдрахман ҡыҙы Вәғизова ҡунаҡтарҙы был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тарихы, тәрбиәселәр коллективы менән таныштырып үтте. Сағыу һүрәттәр, күргәҙмәлектәр менән матур, йыйнаҡ, бөхтә итеп йыйыштырылған бүлмәләр ҡунаҡтарға бик оҡшаны.
Лариса Хашим ҡыҙы ла кескәйҙәр янына буш ҡул менән килмәгәйне. Ул балаларға яңы ғына сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналы һәм 2022 йылға “Аҡбуҙат”лы календарь бүләк итте.
Тәрбиәселәр ҡунаҡтар иғтибарына “Исем ҡушыу” йолаһын сәхнәләштерҙе.
Наилә Имаева.