Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Октябрь 2021, 09:05

Йәш уҡытыусы Гөлнара Хөсниярова дәүләт ярҙамы алды

Борай 3-сө урта мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Гөлнара Хөсниярова — уҡыусыларҙың яҡын дуҫы ла, остазы ла.

Йәш  уҡытыусы Гөлнара Хөсниярова дәүләт ярҙамы алды
Йәш уҡытыусы Гөлнара Хөсниярова дәүләт ярҙамы алды

Эш тип янған ысын уҡытыусы булыу өсөн махсус белем алыу ғына етмәй, һәләт тәбиғәттән бирелергә тейеш. Борай 3-сө урта мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Гөлнара Хөсниярова — уҡыусыларҙың яҡын дуҫы ла, остазы ла.

Уҡытыусы булыу теләге кес кенә Гөлнарала мәктәпкә уҡырға барған беренсе көнөндә үк тыуа. Ә сит телдәр уҡытыусыһы булырға ул телевизорҙан күргән сит ил кешеләренең һөйләмен аңларға теләүҙән башлана. Борай 2-се гимназияһын уңышлы тамамлап, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһына уҡырға юллана ул. 2009 йылда юғары белемле уҡытыусы Борайҙа яңы ғына ишектәрен асҡан 3-сө урта мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы булып эш башлай. Шунан бирле ул ошо белем усағында уҡыта.

Уҡыусылар уны хөрмәт итә, ярата, дәрестәрен көтөп ала. Фәнен яҡшы белгән һәм уҡыусыларға уны ҡыҙыҡлы, аңлайышлы итеп бирә алған, үҙе талапсан, үҙе йомшаҡ күңелле уҡытыусыны нисек хөрмәт итмәйһең? Ә Гөлнара Рудольф ҡыҙы һәр уҡыусыһының хәлен аңлай, уны күрә, белә торған педагог. Быйылғы уҡыу йылында 2-6, 8-10-сы кластарҙа инглиз, француз телдәренән уҡыта. Өҫтәүенә, 5 А-ла класс етәксеһе лә. Уҙған уҡыу йылында 11-се класс уҡыусыларын оло тормош юлына сығарҙы.

Юғары категориялы уҡытыусы Гөлнара Рудольф ҡыҙы белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Инглиз теле серҙәренә төшөндөрөр өсөн төрлө заманса технологияларҙы, “Якласс” уҡытыу платформаһын әүҙем ҡуллана. Уҡыусылары төрлө ижади конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша, призлы урындар яулай. Һуңғыларынан, мәҫәлән, 2019-2020 уҡыу йылында “Туҡай моңдары” республика конкурсында уҡыусыһы Зилиә Хәсәнова бөйөк Туҡай шиғырын инглиз телендә һөйләп, 1-се урынға лайыҡ булды. Уҙған йылда уҡыусыһы Александра Сәхәүетдинова “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең  халыҡ-ара конкурсында 1-се урын яуланы.

Һәләтле уҡытыусы үҙе лә бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. “Йыл уҡытыусыһы-2021” республика конкурсының район этабында Гран-при яулаһа, республика этабында “Мин дөрөҫлөктө Ватанымда табам...” номинацияһында еңеүсе булды. Бер нисә йыл сит тел уҡытыусыларының район методик берекмәһен дә етәкләй. Белемле уҡытыусы быйыл беренсе тапҡыр үткән “Брайн-пазл соты” республика конкурсында Борай командаһы составында сығыш яһаны. Сит тел белгесе булараҡ, Бөтә донъя фольклориадаһының Борайҙа үткән көнөндә тәржемәсе булды.

Гөлнара Рудольф ҡыҙының тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Быйылғы август кәңәшмәһендә уға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе тапшырылды. Ә ошо көндәрҙә уға республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу бәхете тейҙе — ул республика уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Шуны билдәләп үтке килә: быйылғы ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға бирелә торған грантҡа 212 кеше дәғүә иткән һәм уларҙың 100-өнә 690 һумлыҡ сертификат тапшырылған. Гөлнара Хөсниярова шул 212 уҡытыусы араһындағы рейтингта иң күп балға эйә уҡытыусы булараҡ, исемлектә беренсе тора. Борайҙар өсөн ғорурлыҡ бит был!

Венера Арысланова.

Йәш  уҡытыусы Гөлнара Хөсниярова дәүләт ярҙамы алды
Йәш уҡытыусы Гөлнара Хөсниярова дәүләт ярҙамы алды
Читайте нас: