Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2021, 12:40

Остаздарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!

Бөгөн илебеҙҙә Уҡытыусылар аҙналығы башланды. Ошо уңайҙан остаздарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ! Ҡариҙел районы Ҡараяр мәктәбе уҡытыусылары Миләүшә Ғабдрахманова, Гөлшат Сафина, Рәзидә Латыпова ғүмерҙәренең 35 йылын балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған.

Остаздарыбыҙға  рәхмәт әйтәбеҙ!
Остаздарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!

 

Башланғыс кластар уҡытыусыһы Миләүшә Ғабдрахманова – тәжрибәле педагог. Уның эшләү принцибы – бәләкәстәрҙә ышаныс уятыу, үҙ баһаһын аңларға ярҙам итеү. Миләүшә Ғилмулла ҡыҙы шәхси үҙенсәлектәренән сығып, кластағы һәр баланың үҫешенә иғтибар бирә, күҙәтеүсәнлек, үҙ аллы эшләү оҫталығы тәрбиәләй. Өйөндә ул уңған хужабикә, сәскәләр үҫтереү уның яратҡан шөғөлө. Шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыусы.

Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Гөлшат Сафина – талапсан, уҡытыусы-дипломат теләһә ниндәй хәлдә диалог ҡорорға әҙер. Гөлшат Герус ҡыҙы –маҡсатҡа ынтылыусан, үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараусы һәм методик оҫталығын даими камиллаштырыусы уҡытыусы.

Рәзидә Латыпова башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ул асыҡ күңелле педагог. Уның уҡыусылары мәктәп, район, республика сараларында, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулай. Рәзидә Карам ҡыҙы уңған, булдыҡлы. Үҙ тырышлығы менән ҙур, уңайлы йорт һалып инде.

Ҡараяр урта белем биреү мәктәбе коллективы хеҙмәттәштәрен ысын күңелдән һөнәри байрамдары менән ҡотлай, уларға иҫәнлек-һаулыҡ, яҡшы кәйеф, эштәрендә уңыштар теләй.

Люция Карамова.

Остаздарыбыҙға  рәхмәт әйтәбеҙ!
Остаздарыбыҙға  рәхмәт әйтәбеҙ!
Остаздарыбыҙға  рәхмәт әйтәбеҙ!
Остаздарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!
Читайте нас: