Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2021, 16:15

Күңелле ил — балалар баҡсаһы

Иҫке Балтас ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының өлкән төркөмөндә күңелле сара уҙҙы.

Күңелле  ил — балалар баҡсаһы
Күңелле ил — балалар баҡсаһы

 

27 сентябрь - Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө. Мәктәпкә әҙерлек балалар баҡсаһында башлана, сөнки нәҡ ошонда сабыйҙың холҡо формалаша, донъяны танып-белеү һәләте үҫешә. Һәр ата-әсә, әлбиттә, сабыйын баҡсаға алып килгәндә, балаһының эргәһендә бәләкәстәрҙең эске донъяһын тойомларға һәләтле, тәрән аҡыллы, сабыр, йомарт күңелле тәрбиәсене күрергә теләй.

Балтас районы Иҫке Балтас ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының өлкән төркөмөндә Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелар  хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы «Күңелле ил — балалар баҡсаһы” тип исемләнгән сара уҙҙы. Балалар байрамға арналған шиғырҙар һәм йырҙар йырланы, шулай уҡ командаларға бүленеп, тәрбиәселәр менән бергә төрлө ярыш – эстафеталарҙа ярышты.  Сараны өлкән төркөмдең тәрбиәсеһе Ленария Сәйәфетдинова алып барҙы һәм музыкаль яҡтан Рима Шакирова биҙәне. Был көн балаларға яҡшы кәйеф бүләк итте.

Гөлназ Ғәлләмова.

 

 

 

 

Күңелле  ил — балалар баҡсаһы
Күңелле  ил — балалар баҡсаһы
Күңелле ил — балалар баҡсаһы
Читайте нас: