Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2021, 19:00

Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын!

Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә лә Белем көнө бик матур һәм күңелле үтә.

Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын!
Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын!

“Беҙҙең Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә Белем көнө бик матур үтте. Уҡытыусылар Зөлфиә Хәмитйән ҡыҙы Ғилфанова менән Эльза Фәрит ҡыҙы Фәметдинова уҡыусылар менән шундай йөкмәткеле әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгәйне.
Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары Анатолий Щербинин килгәйне. Ул изге теләктәрен еткереп, “Аныҡ эштәр” проекты буйынса мәктәпкә бүләктәр алып килгәйне.
Район Советы депутаты Линар Саҙретдиновтың изге теләктәрен директоры Барый Шәрәфисламов еткерҙе һәм Линар Фәрүәзтдин улының 1-се класс уҡыусыларына әҙерләгән махсус бүләктәрен көслө алҡыштар аҫтында тапшырҙы.
Беренселәргә ауыл Советы исеменән дә уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйылмалары бүләк иттеләр.
Изге теләктәргә, бүләктәргә, йыр-моңға бай байрам сараһы барыһының да күңеленә хуш килде”, — тип хәбәр итте гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина.
Әйткәндәй , яңы уҡыу йылында Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә 62 уҡыусы белем аласаҡ. Шуларҙың бишеһе — беренсе класс уҡыусылары.

Наилә Имаева.

Глафира Фәйершина фотолары.

Читайте нас: