Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2021, 14:15

Тырышып уҡырға һүҙ бирҙеләр

Бөгөн районыбыҙ мәктәптәрендә Белем көнөнә арналған линейкалар гөрләп үтте. Асҡын 2-се урта мәктәбе филиалы булған Солтанай башланғыс мәктәбендә лә — байрам кәйефе.

Тырышып уҡырға һүҙ бирҙеләр
Тырышып уҡырға һүҙ бирҙеләр

Уҡытыусылар Әдисә Мәғдән ҡыҙы Ғилмийәрова менән Эльза Тимерша ҡыҙы Йосопова уҡыусыларҙы һәм уларҙы оҙатып килгән ата-әсәләрҙе ихлас ҡаршы алды. Йәйге ялдан балалар белем усағын һағынып килгән: уҡытыусыларға, класташтарына  яңылыҡтарын һөйләй, дәреслектәрен, дәфтәрҙәрен барлай, ағымдағы ремонттан һуң яҡтырып, матурланып киткән кластарҙы ҡарай.

Әдисә Мәғдән ҡыҙы барыһын да Белем көнө менән тәбрикләп, уҡыусыларға  Фән һәм технологиялар йылына арналған класс сәғәте үткәрҙе, уларҙы яҡшы уҡырға, киләсәктә илебеҙҙең ышаныслы, белемле егет һәм ҡыҙҙары булырға саҡырҙы.  Уҡыусылар үҙ сиратында тырышып уҡырға, тәртипле булырға һүҙ бирҙе.

Тырышып уҡырға һүҙ бирҙеләр
Тырышып уҡырға һүҙ бирҙеләр
Тырышып уҡырға һүҙ бирҙеләр
Тырышып уҡырға һүҙ бирҙеләр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: