Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Август 2021, 11:40

Белем усаҡтары яңы уҡыу йылына әҙер

Ҡариҙел районында мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде.

Белем усаҡтары яңы уҡыу йылына әҙер
Белем усаҡтары яңы уҡыу йылына әҙер

Ведомство-ара комиссия Иҫке Аҡбүләк, Байҡы, Хәлил, Байҡыбаш, Урғыш мәктәптәре һәм Байҡы, Байҡыбаш, Тигермән, Яңы Йәнсәйет ауылдары балалар баҡсаларының һәм Байҡыбаш, Хәлил, Иҫке Аҡбүләк урта мәктәптәренең мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәренең әҙерлеген тикшерҙе. Ҡабул итеү барышында тикшереүселәр янғын һүндереү сигнализацияларының һәм киҫәтеү системаларының төҙөклөгөнә иғтибар итте. Шулай уҡ уҡыу кабинеттары, ашханалар, спорт залдары, санузелдар, мәктәп яны участкаларының торошо, йәшелләндерелеүе, белем биреү усаҡтарының йылытыу миҙгеленә әҙер булыуы, гараждарҙың, мәктәп автобустарының торошо, мәктәп һәм балалар баҡсалары эргәһендә юл билдәләренең булыуы тикшерелде.

Люция Карамова.

Ҡариҙел районы.

Белем усаҡтары яңы уҡыу йылына әҙер
Белем усаҡтары яңы уҡыу йылына әҙер
Белем усаҡтары яңы уҡыу йылына әҙер
Белем усаҡтары яңы уҡыу йылына әҙер
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: