Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Август 2021, 16:15

Асҡынға министр килде

Бөгөн Асҡын районында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин булды

Асҡынға министр килде
Асҡынға министр килде

Айбулат Вәкил улын район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, район мәғариф бүлеге етәксеһе Зөлфирә Селянина оҙатып йөрөнө. Башта улар Ҡубияҙ ауылында булып, яңы мәктәп төҙөләсәк майҙанды ҡараны. Шулай уҡ Ҡубияҙҙа делегация балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Бирегә 50 бала йөрөй, ләкин улар өсөн уңайлы шарттар юҡ. Ҡубияҙ халҡы төҙөләсәк яңы мәктәптә балалар баҡсаһы ла булыр тип өмөтләнә.

Артабан министр Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжына барҙы һәм коллективты яңы директор — Ринат Саҙрыев менән таныштырҙы.  Айбулат Вәкил улы колледжды үҫтереүҙең яңы юлдары тураһында һөйләне. Бының өсөн район хакимиәте, район мәғариф бүлеге һәм мәктәптәр менән берлектә эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: