Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Август 2021, 14:30

Рухлы, талапсан, телһөйәр етәксе

Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Рәфис Закиров ауыл тормошонда ла, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул — яҡташыбыҙ, фронтовик-яҙыусы Али Карнай исемен йөрөткән Оло Шаҙы мәктәбе директоры, ауыл Советы депутаты, әүҙем йәмәғәтсе. Рәфис Мәсғүт улы күптән түгел 55 йәшлек күркәм ғүмер байрамын билдәләне.

Рухлы, талапсан, телһөйәр етәксе
Рухлы, талапсан, телһөйәр етәксе

Рәфис Закиров 1966 йылда Рәбиға һәм Мәсғүт Закировтар ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Атаһы — уҡытыусы, әсәһе ауыл Советы секретары булып эшләй. Балалар, йәмәғәт эше менән иртә таңдан кискә тиклем мәшғүл булған ата-әсәһенә ярҙам итеп, эш рәтен белеп үҫә.
Атаһы, Мәсғүт Закир улы Закиров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Һуғыштан һуң Бөрө педагогия институтын тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара, директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ул шулай уҡ ауыл, уның тирәһендәге ер-һыу атамаларының тарихын өйрәнә. Мәсғүт Закиров “Дружба” район гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе була. Ауылдаштары тураһында район гәзитенә яҙып, уларҙы бар районға таныта. Оло Шаҙы ауылының Дан һәм хеҙмәт музейының яңы (әлеге) бинаға күсеүе лә тап уның тырышлығы. Һуңынан ул оҙаҡ йылдар музейҙы етәкләй, уны экспонаттар менән тулыландырыу, байытыу, архив материалдарын йыйыу өсөн күп көс һәм тырышлыҡ һала.
Атайҙан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Рәфис Мәсғүт улы ла атаһының юлын дауам итеп, ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Уның эш стажы — 31 йыл.
1973 йылда, Оло Шаҙы ауылы мәктәбе ике ҡатлы ҙур, яңы бинаға күскән йылда, Рәфис Закиров беренсе класҡа уҡырға инә. 10-сы класты уңышлы тамамлағас, баш ҡалаға Башҡорт дәүләт университетына имтихан тотоп ҡарарға була, әммә ләкин конкурс ҙур булыу сәбәпле, ул УМПО-ға фрезеровщик булып эшкә урынлаша. Бер йыл эшләгәндән һуң, хәрби хеҙмәткә алына. 1985-1987 йылдарҙа Африканың Ангола Республикаһында хеҙмәт итә.
Армиянан һуң Рәфис Мәсғүт улы Өфө индустрия техникумын тамамлай. 1990 йылда туған мәктәбенә физкультура һәм хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Шунан башлап бөгөнгәсә ул мәктәп тормошо менән йәшәй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғи фәндәр факультетын тамамлай.
1991 йылда мәктәпкә практика үтергә Бөрө ҡалаһынан һигеҙ ҡыҙ ҡайта. Улар араһында буласаҡ тормош иптәше Әнисә Фоат ҡыҙы ла була. Ул Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетында уҡыған була. Йәштәр танышып, дуҫлаша башлай. Хистәренең ныҡлығына инанғас, ғаилә ҡороп, матур итеп донъя көтөп алып китәләр. Төпсөк малай булараҡ, элекке йола буйынса, ата-әсә йортонда төпләнеү, уларҙы ҡарау, төп йорттоң йәмен-бәҫен төшөрмәү бурысы ята уларға. Әлеге көндә лә 90-ды уҙған Рәбиға апай улар тәрбиәһендә.
30 йыл бергә ҡәйнә менән татыу ғүмер иткән Әнисә Фоат ҡыҙына һоҡланмайынса булмай. Әйткәндәй, 9 августа Закировтар ынйы туйҙарын билдәләне.
2000 йылда Рәфис Мәсғүт улы мәктәп директоры вазифаһына тәғәйенләнә. Етәксе булғас, яуаплылыҡ арта, иртәнән кискә тиклем мәктәп эше менән йөрөгән саҡтар ҙа була. Уның етәкселек иткән осоронда мәктәпкә капиталь ремонт яһала, түбәһе, кәртәһе алмаштырыла, скважина ҡаҙыла (быға тиклем һыуҙы шишмәнән ташып ҡулланған булалар) һәм башҡа ҙур эштәр башҡарыла. Әлеге ваҡытта уҡыусылар һанының кәмеүе етәксене борсой. Ошо сәбәп арҡаһында Оло Шаҙы мәктәбе хәҙер Мишкә 2-се мәктәбе филиалына әйләндерелде. Ҙур бинаны ҡарау, йылытыу өсөн дә ҙур сығымдар талап ителә. Бынан башҡа ла хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ.
Оло Шаҙы ауылы мәктәбе — районда берҙән-бер башҡорт мәктәбе. Шуға күрә лә Рәфис Мәсғүт улы башҡорт телен, мәҙәниәтен, халҡыбыҙ йолаларын һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Байрам сараларын туған телдә үткәреүҙе хеҙмәттәштәренән талап итеп, белем усағында башҡорт мөхитен, башҡорт рухын һаҡлап килә. Туған тел һағында торған илһөйәр етәксе ул Рәфис Закиров.
Рәфис Мәсғүт улының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. Ул — Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Шулай уҡ район хакимиәте, мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Төп эшенән тыш, Рәфис Мәсғүт улы оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты вазифаһын да ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Депутат булараҡ, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып, байтаҡ изге һәм файҙалы эштәр башҡарҙы. Ауыл эсендәге юлдар, күпер, урамдарҙы яҡтыртыу, уны төҙөкләндереү кеүек эштәрҙе хәл итеүҙә көсөн йәлләмәй. Шуға күрә лә ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған ир уҙаманы ул.
Әнисә Фоат ҡыҙы менән ике малайға — Ранис һәм Азаматҡа ғүмер бүләк итәләр. Улар икеһе лә мәктәптә яҡшы уҡый, “Урал батыр”, “Башҡортостан ынйылары”, “Шәжәрә” район конкурстарында, төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Оло улдары Ранис Ҡурғандағы хәрби институтты тамамлап, әлеге көндә үҙ һөнәре буйынса Грузия-Осетия яҡтарында эшләй. Үҙ ғаиләһе бар. Кесе улдары Азамат — Башҡорт дәүләт университетының 2-се курс студенты.
Әнисә Фоат ҡыҙы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, биология һәм химия дәрестәрен алып бара. Уҡыусыларҙың әленән-әле төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа призлы урын яулауы, ижади эшләүсе уҡытыусының хеҙмәтенә ҙур баһа булып тора.
Закировтар ғаиләһенең уңғанлығына, хеҙмәт һөйөүсәнлегенә иҫең китерлек. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәктәп эшенән тыш, улар аҙбар тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарарға, бал ҡорттары үрсетергә, баҡса тоторға, йәйен бесән эшләргә, еләк-емеш йыйырға, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА

Рухлы, талапсан, телһөйәр етәксе
Рухлы, талапсан, телһөйәр етәксе
Автор:
Читайте нас: