Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Август 2021, 09:00

Мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре асыла

«Үҫеш нөктәһе»  —  2019 йылда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан булдырылган уникаль проект. Уның төп маҡсаты – йәшәү урынына ҡарамаҫтан, бөтә уҡыусыларға ла  сифатлы белем алыуға  тигеҙ хоҡуҡ биреү. Яңы уҡыу йылында Ҡариҙел районының Байҡы, Әртәкүл, Урғыш һәм Байҡыбаш мәктәптәрендә  ошондай үҙәктәр эшләй башлаясаҡ.

Мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре асыла
Мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре асыла

«Үҫеш нөктәһе» мәктәптәрҙә уҡыу сифатын күтәреү өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға, тебиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге уҡыу предметтарын, өҫтәмә белем алыу программаларын үҙләштереүҙә уҡыусыларҙың мөмкинлектерен киңәйтеүгә, шулай уҡ физика, химия, биология буйынса уҡыу материалдарын практик эшкәртеүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, «Үҫеш нөктәһе»н уҡыусылар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәрҙең проект һәм ижади эшсәнлектәре өсөн йәмәғәт майҙансығы итеп тә файҙаланырға мөмкин. Барлыҡ белем биреү үҙәктәре яңы юғары технологик йыһаздар менән тулыландырылған. Улар мәктәп уҡыусыларына һанлы предметтарҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Был бик мөһим, сөнки хәҙерге заман йәмғиәтендәге хеҙмәт баҙарында белемле белгестәр талап ителә. Әлеге ваҡытта «Үҫеш нөктәһе» асыласаҡ мәктәптәрҙәге кабинеттарҙа ремонт эштәре бара, яңы йыһаздар ҡайтарыла.

Авторы: Люция Карамова.

Мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре асыла
Мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре асыла
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: