Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Август 2021, 11:30

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер

Балтас районы мәғариф учреждениеларының яңы 2021-2022 уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер

Әлеге көндә районда төрлө типтағы 46 мәғариф учреждениеһы эшләй. Быйыл 1-се класҡа яҡынса 231 бала бара. Системала барлығы 427 педагогик хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 98-е — мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, 17-һе — өҫтәмә белем биреү, 312-һе дөйөм белем биреү учреждениеларында. Йәйен барлыҡ мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында норматив талаптарға тура килерлек итеп ремонт эштәре башҡарылған, янғынға ҡаршы системалар менән йыһазландырылған, видеокүҙәтеү ҡуйылған.

“Һәр баланың уңышы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Тусыбай урта мәктәбендә спорт залын ремонтлауға федераль, республика һәм урындағы бюджеттан акса бүленгән. “Аныҡ эштәр” партия проекты сиктәрендә Түбән Иванай һәм Юғары Ҡарыш урта мәктәптәре биналарында тәҙрәләр алмаштырыла.

Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: