Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
30 Июль 2021, 11:10

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһында ҡатнашыусылар артҡандан-арта бара. #Помогисобратьсявшколу#Аскинскийрайон

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫИзгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

 

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иғлан иткән «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһы дауам итә.

 

Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү.

 

Был акцияға район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина ла  ихлас ҡушылды. Ул Асҡын 1-се мәктәбе уҡыусыһы Фларит Ғәлиевҡә үҙе шәхсән уҡыу-кәрәк яраҡтарын тапшырҙы.

Был шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә бик күп уҡыусылар  яңы уҡыу йылы алдынан  ошондай бүләк алып ҡыуаныр, тип ышанабыҙ.

 Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас