Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июль 2021, 14:56

Берҙәм дәүләт имтиханын - 100 балға!

Мишкә 2-се мәктәбен тамамлаусы ике уҡыусы химиянан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы.

Берҙәм дәүләт имтиханын - 100 балға!
Берҙәм дәүләт имтиханын - 100 балға!

Сығарылыш класс уҡыусылары Юлиә Апкаликова менән Эльнур Багиров химиянан юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Улар икеһе лә мәктәптең алдынғы уҡыусыһы, химия фәненән район, республика олимпиадалары ҡатнашыусылары.
Юлиә мәктәпте тик “5”ле билдәләренә генә тамамлаған. Тырыш ҡыҙ үҙенең әүҙемлеге, ярҙамсыллығы менән дуҫтары араһында ихтирам яулаған. Районда уҙғарылған төрлө конкурс, сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Экология, биология, рус әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында призер булыуға ирешә. “Республикамды данлайым” һәм Бөтә Рәсәй иншалар конкурстарының район этабы призеры. Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алып, киләсәктә табип булырға хыяллана.
Эльнур тырыш, үҙ-үҙенә талапсан, яуаплы егет. Химия, биология, математика, физика фәндәрен яратып уҡый. Химиянан район олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Уҡыусыларҙың “Сириус” Бөтә Рәсәй олимпиадаһы, М.В. Ломоносов исемендәге турнир, физика һәм математика буйынса “Авангард” төбәк-ара олимпиадаһы призеры. Эльнур ҙа медицина йүнәлеше буйынса уҡыуын дауам итергә уйлай.
Юлиә һәм Эльнурҙың класташы Татьяна Уразғолова ла химиянан имтиханды 99 балға тапшырған. БДИ-нан тағы ла юғары балл йыйыусылар араһында класташтары Артур Вәлинуров та бар. Ул информатиканан 98 балл йыйған.
Өс уҡыусыны ла Берҙәм дәүләт имтихандарына Люзә Ситдиҡ ҡыҙы Әлимова әҙерләгән. Ул Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты еңеүсеһе.
— Уҡыусыларым өсөн бик шатмын. Был, әлбиттә, минең генә эш һөҙөмтәһе түгел, уҡыусыларҙың уңышы үҙҙәренең тырышлығынан тора. Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлекте беҙ 8-се кластан уҡ башлайбыҙ һәм ул уҡыу процесы, олимпиадалар, үҙ аллы эштәр менән тығыҙ бәйләнгән. Балаларҙың белеме бар, тик күптәре имтихан ваҡытында юғалып ҡала. Шуға күрә мин имтихан алдынан уҡыусыларымды психологик яҡтан әҙерләнем. Үҙҙәренең көсөнә, белемдәренә ышаныс булғанда ғына улар БДИ-ны яҡшы тапшыра. Эльнур ауыр, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә тиҙ сисә. Уҡыусыларым менән ғорурланам. Теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеп, үҙҙәренә оҡшаған һөнәр һайлаһындар”, — тип изге теләктәрен еткерҙе Люзә Ситдиҡ ҡыҙы.

Берҙәм дәүләт имтиханын - 100 балға!
Берҙәм дәүләт имтиханын - 100 балға!
Берҙәм дәүләт имтиханын - 100 балға!
Автор:Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: