Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
13 Июль 2021, 07:30

Мәғариф министрлығында вакцина яһатмаған студенттарҙың ятаҡҡа урынлаша алмауын иҫкә төшөрҙөләр

Башҡортостан юлдаш телеканалының Республика менән идара итеү үҙәге менән берлектә ойошторолған брифингы барышында мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов коронавирустан прививкаһы булмаған юғары уҡыу йорттары студенттарының ятаҡҡа урынлаша алмауы тураһында әйтте.

«Ҡарар ҡабул ителде. Уҡырға инеү тураһында бойороҡ алған бөтә йәштәр ҙә вакцинация хаҡында ҡарар ҡабул итергә йә иһә медицина белешмәһен күрһәтергә тейеш, сөнки шунһыҙ ятаҡҡа урынлашып булмай», — тине министр урынбаҫары.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас