Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
15 Июнь 2021, 17:40

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Бөгөн Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә 9 -сы класс уҡыусылары менән һаубуллашыу кисәһе уҙҙы.

9-сы кластарҙы быйыл Лилиә Ихсанова, Светлана Мөбәрәкова һәм Илүсә Нурыева етәкселегендә 70 уҡыусы тамамланы. Сығарылыш кисәһе ғүмерлеккә күңелдәренә уйылып ҡалыр, моғайын, сөнки бик күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ булды. Береһенән-береһе матур, һөйкөмлө ҡыҙҙар-егеттәр мәктәп директоры Эльмар Рәшит улы Ғәлимйәнов ҡулынан өлгөргәнлек аттестаттары алды. Шулай уҡ мәктәп, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы директор урынбаҫары Миләүшә Мәснәүи ҡыҙы Тәҡиуллина байрам менән ҡотлап, изге теләктәр юллап, Почет грамоталары менән бүләкләне.
Класс етәксеһе исеменән Светлана Фәтих ҡыҙы Мөбәрәкова, ата-әсәләр исеменән Илзирә Ғиниәтуллина сығыш яһап, йыр бүләк итте. Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәрен яҙырға-уҡырға өйрәткән беренсе уҡытыусылары - Илюзә Дауыт ҡыҙы, Рәзилә Ҡыям ҡыҙы, Ираида Килемшин ҡыҙы, Вәзирә Нәсимйән ҡыҙына еткерҙеләр. Кисә балалар әҙерләгән концерт менән дауам итте. Ғиниәтуллин Артур, Суфиярова Азалия, Сафарова Регина Исламғәлиева Алина, Шәйҙуллина Нәргизә, 9- сы а класс ҡыҙҙары һәм 9-сы б класс уҡыусылары башҡарыуында йырҙарҙы ата-әсәләр, килгән ҡунаҡтар йылы ҡабул итте.
Байрам "Һуңғы мәктәп вальсы" менән тамамланды. Сығарылыш класс уҡыусылары араһында һөнәр һайлап, төрлө уҡыу йорттарына уҡырға барыусылар ҙа булыр. Артабан 10-сы класҡа уҡырға мәктәптә ҡалыусылар ҙа булыр. Нисек кенә булһа ла, мәктәп биргән белем уларға алдағы көндәрендә һөнәри баҫҡыстарҙан уңышлы үтергә нигеҙ булһын.
Гөлназ Ғәлләмова.
Читайте нас