Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
3 Июнь 2021, 11:20

Сығарылыш кисәһе

Ҡариҙел район Мәҙәниәт һарайы залында Балалар сәнғәт мәктәбендә белем алған уҡыусыларҙың сығарылыш балы үтте

Ағымдағы йыл Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыусы 24 бала өсөн һуңғыһы булды. Ете йыл элек улар “Фортепиано” белгеслеге буйынса белем алыу юлына тәүге аҙымдарын яһағайны, ҡыҙҙар һәм егеттәр биш йыл – “Хореография” һәм “Баян”, дүрт йыл “Фольклор” класы буйынса белем алды. Ошо йылдар эсендә уҡыусылар менән үҙ эшенең оҫталары, тәжрибәле педагогтар Е. Гагилева, Г. Әхмәрова, З. Рәхмәтова, Д. Куликова, Р. Ахунйәнов, Р. Мөнирова булды. Педагогтар уларҙы матурлыҡты күрергә, йырларға, бейергә, музыка ҡоралдарында уйнарға, музыка грамотаһына өйрәтте.
Сара хореография класын тамамлаусыларҙың “Шәмбе кисәһе” бейеүе менән асылды. Педагогтар сығыш яһаны. Был көндө уҡыусыларҙың ата-әсәйҙәренән рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Тантана хореография класын тамамлаусыларға таныҡлыҡтар тапшырыу менән тамамланды.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас