Был көн лингвистар, әҙәбиәтселәр, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, китапханасылар һәм кем филология белеменә эйә — шуларҙың барыһына ла туранан-тура ҡағыла.
— Был көн бөтә рәсәйҙәр өсөн мөһим. Нәҡ яҙыу, мәҙәниәт һәм тарих һәр халыҡтың төп ҡиммәттәре булып тора, — тип иҫәпләй филология фәндәре кандидаты, филология кафедраһы доценты Ғәлиә Ғәлийән ҡыҙы Ғәниева. — Филолог — ул күп уҡыған һәм белемле кеше генә түгел. Ул тел өлкәһендәге белгес, телдең үҫеш тарихын һәм хәҙерге торошон яҡшы белә. Үҙенсәлекле тел табибы кеүек тексты бәләкәй генә компоненттарға бүлә ала.
Студенттар, нигеҙҙә, милләте буйынса башҡорт. Татарҙар өсөн башҡорт телен өйрәнеү ҙур ауырлыҡ тыуҙырмай. Ҡыйынлыҡтар ҡайһы бер өндәрҙе әйткәндә генә килеп сыға. Йәштәр, ә уларҙың күбеһе ҡыҙҙар, белемдәрен теоретик лекцияларҙа һәм практик дәрестәрҙә нығыта. Беренсе курста — фонетиканы, икенсе курста — лексика һәм һүҙъяһалышты, өсөнсөһөндә — морфология, дүртенсе һәм бишенсе курстарҙа ябай һәм ҡушма һөйләм синтаксисын өйрәнәләр. Икенсе курста уҡыусылар — тел, өсөнсө курстар — әҙәбиәттән, дүртенсе курстар башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса курс эштәре яҙа.
Буласаҡ филологтар төбәк һәм Бөтә Рәсәй форумдарында, шулай уҡ үҙҙәренең диплом алды эштәре менән магистранттарҙың һәм аспиранттарҙың юғары уҡыу йорттарында йыл да үткәрелгән “Фән мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда” фәнни-ғәмәли конференцияларында ҡатнаша. Быйыл бишенсе курста белем алыусы Илүзә Зиннурова “Эт” һүҙе компоненттары менән фразеологик берәмектәр” тип аталған эше менән беренсе урын яуланы.
Беренсе курстан уҡ студенттар өсөн Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто гранттарына фольклор һәм диалектологик экспедициялар ойошторола. Улар Пермь крайында, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләрендә булды, Мишкә, Тәтешле, Асҡын һәм Ҡариҙел райондарына барҙы. Һәр ваҡыт студенттар башҡорт теленең фонетик һәм лексик үҙенсәлектәрен һаҡлап яҙылған таҡмаҡтар, халыҡ йырҙары, риүәйәттәрҙе күп итеп алып ҡайта. Тел менән туранан-тура аралашыу уны өйрәнеүҙә ҙур ярҙам булып тора.
Йыл да Бөйөк Еңеү көнөнә, башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының юбилей даталарына арнап башҡорт телендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй шиғыр һөйләүселәр конкурстарында ҡатнашыу ҙа телде өйрәнеүҙә бай тәжрибә бирә. Уҡыу йортоноң Хәҙиә Дәүләтшина музейы материалдары ла әҙәбиәткә һөйөү уятыуҙа, телде тәрәнерәк өйрәнеүҙә әүҙем ҡулланыла. Йыл да үткәрелгән “Башҡорт һылыуы” конкурсында уҡыу йортоноң барлыҡ факультетынан ҡыҙҙар ҡатнаша.
Студенттар алған белемдәрен мәктәптәрҙә педагогик практика үткәндә тулыһынса нығыта. Нәҡ шунда улар һөнәрҙәрен дөрөҫ һайлағандарын аңлап, балаларға туған телдә белем бирергә, телде өйрәтергә кәрәклегенә инанып ҡайта.