Азалия — уҡыу алдынғыһы. Ул тик “5”-ле билдәләренә генә өлгәшә. Үҙенең тырышлығы, алсаҡлығы, аҡыллылығы менән дуҫтары араһында хөрмәт яулаған. Азалия туған телен яратҡан, ихтирам иткән ҡыҙ. Ул лицейҙа башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Башҡорт теленән йыл да район олимпиадаларында, конкурстарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Районда ғына түгел, республика конкурстарында ла призлы урындар яулай.
Азалия бар фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә. Шулай ҙа яратҡан фәндәре — физика, математика, туған тел. Тырыш ҡыҙҙың грамота, дипломдарының иҫәбе-һаны юҡ.
Быйылғы уҡыу йылында физика буйынса олимпиаданың муниципаль этабында 1-се урын яулай. Уҡыуҙан тыш, ул вокал түңәрәгендә шөғөлләнә. Уның моңло тауышына күптәр ғашиҡ. Вокал буйынса ла яулаған уңыштары күп Азалия Ғәлимованың. 9-сы класты тамамлаусы телһөйәр ҡыҙға имтихандарын уңышлы тапшырыуын теләйбеҙ. Аҡ юл һиңә, Азалия!