Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
30 Май 2021, 07:10

Балаларға — матур бүләк

Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбендә белем алыусы балалар Өфөгә сәйәхәт ҡылып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтты

Балалар баш ҡалаға Балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары етәкселегендә ике автобуста барҙы. Улар унда башта Ҡурсаҡ театрында “Коза-Дереза” спектаклен ҡараны. Төшкө аш ашағандан һуң Башҡортостан Республикаһының Милли музейында экскурсияла булып, тарихи, археологик экспонаттар, республикабыҙҙың хайуандар, үҫемлектәр донъяһы һәм башҡа ҡыҙыҡлы нәмәләр менән танышты.
Өфө ҡалаһына барыуҙа Асҡын ҡыҙы, “Башҡортостан Республикаһының мәҙәни программалар дирекцияһы” генераль директоры Гөлнара Рауфан ҡыҙы Юрина финанс ярҙам күрһәтте. Ата-әсәләр ҙә, баш ҡалаға экскурсиянан онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтҡан балалар ҙа изге күңелле яҡташыбыҙға ҙур рәхмәттәрен еткерә.
Өфөгә барыу балалар өсөн оҙайлы йәйге каникул алдынан ысын байрам булды.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар Балалар сәнғәт мәктәбе сәхифәһенән.
Читайте нас