Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
29 Май 2021, 05:00

Балалар баҡсаһына — 50 йыл!

Балалар баҡсаһы — мәңгелек бала саҡ иле. Һәр иртәлә сабыйҙарыбыҙҙы ихлас йылмайып ҡаршы алыусы, илағанда йыуатыусы, мең төрлө һорауҙарына яуап табыусы, уларҙың икенсе әсәйҙәренә әйләнгән тәрбиәселәрҙең дә күңеле һәр ваҡыт йәш, сөнки улар ҙа ғүмер буйы күңелле бала саҡ илендә йәшәй.Борай районы.

Ошо көндәрҙә “Гүзәл” балалар баҡсаһында ойошторолған сығарылыш кисәһе иҫтә оҙаҡҡа ҡалырлыҡ булды. Беренсенән, 43 бала мәктәпкә юл алһа, икенсенән, балалар баҡсаһы 50-се сығарылышын белем иленә оҙатты. Байрам уңайынан кескәйҙәрҙе ҡотларға, уларға изге теләктәрен еткерергә район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев һәм бирелә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар килгәйне. Рушан Ҡәҙим улы балаларҙы икеләтә байрам менән ҡотлап, бирелә ал-ял белмәй йәш быуынды тәрбиәләүгә бар көсөн һалған тәрбиәселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
— 1-се балалар баҡсаһы һәр ваҡыт алдынғылар сафында. Бирелә үҙ һөнәрҙәренең оҫталары, ижади ҡарашлы, һәр саҡ эҙләнеүгә, яңылыҡҡа ынтылған тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәр тупланған, — тине ул.
Балалар баҡсаһы коллективын был көндө ветерандар ҙа, төрлө йылдарҙа бирелә тәрбиәләнеүселәр ҙә, хәҙер инде үҙ балаларын йөрөтөүсе әсәйҙәр ҙә тәбрикләне.
Ләйсән Йосопова етәкләгән баҡсала әлеге көндә туғыҙ төркөмдә 185-кә яҡын бала тәрбиәләнә. Мөдир билдәләп үтеүенсә, бында үҙ һөнәрен яратҡан, сабыйҙар өсөн йән атып торған тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Гөлназ Хужина.
Читайте нас