Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
22 Май 2021, 08:25

Сығарылыш класс уҡыусылары алмағастар ултырта

Ҡышлауйылға урта мәктәбе лә уҡыусыларын оло тормош юлына оҙатты.

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә лә “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы бик матур үтә.

Байрамда тәбрикләү һүҙҙәре менән мәктәп директоры Ришат Лотфуллин, ауыл биләмәһе башлығы Илфат Ғатин, район Советы депутаты Марат Хәбибуллин, мәғариф ветераны Әмин Шәүәлиев, тәүге уҡытыусылар Ғәлиә Ғәлинә, Гөлзифа Ямалтдинова, 11-селәрҙең класс етәксеһе Эльмира Шәйхуллина, ата-әсәләр исеменән Әҡлимә Хәлимова сығыш яһай. Илфат Хәлфәт улы менән Марат Рәфил улы һәр ваҡыттағыса бүләктәр тапшыра.
Һуңғы ҡыңғырау сыңлатыу хоҡуғы уҡыу алдынғыһы – 11-се класс уҡыусыһы Шамил Ғлимшинға һәм уның һеңлеһе Алияға бирелә.
Йыр-моңдар, тәбрикләү һүҙҙәре, изге теләктәр менән үрелеп барған сара һуңында сығарылыш класс уҡыусылары байрам ҡунаҡтары менән мәктәп ихатаһына иҫтәлеккә алмағастар ултырта.
Наилә Имаева.
Эльмира Шәйхуллина фотолары.
Читайте нас