Сараны тантаналы асыу Башҡорт дәүләт университетының төп корпусының ултырыштар залында үтте. Бирегә республика буйынса йәш тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйылғайны. Уҡыусылар көн дауамында ике йәш категорияһында туғыҙ секцияла 14 номинация буйынса тикшеренеү эштәрен яҡланы. Улар үҙҙәренең йыйған материалы буйынса белемдәрен, аудитория алдында сығыш яһау оҫталығын күрһәтте, һорауҙарға яуап бирҙе.
Беҙҙең уҡыусылар барыһы ла еңеүсе һәм призер булды. Асҡын 2-се мәктәбеуҡыусыһы Камилла Сәлмәнова (етәксеһе Айгөл Хәтмуллина) “Әҙәби тыуған яҡты өйрәнеү” номинацияһында , Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусыһы Юлай Хәйруллин (етәксеһе Руфина Мостафина) “Тыуған яҡ мәҙәниәте һәм фольклоры” номинацияһында 1-се урындарға лайыҡ булды.
Асҡын 1-се мәктәбе уҡыусыһы Йәсминә Саҙретдинова “Мәҙәни мираҫ” номинацияһында (етәксеһе Алевтина Сысоева, Флидә Талипова) , ә Асҡын 2-се мәктәбе уҡыусыһы Динислам Хәмәтханов (етәксеһе Айгөл Хәтмуллина) “Шәжәрә” номинацияһында 2-се урындар яуланы.
“Бөйөк Ватан һуғышы” номинацияһында Камилла Хисмәтуллина (Асҡын 1-се мәктәбе, етәксеһе Флорида Селянина) менән Ангелина Ибраева (Петропавловка мәктәбе, етәксеһе Зөһрә Ҡәҙимова) 3-сө урын яуланы.
Еңеүселәр иҫтәлекле кубоктар менән бүләкләнде. Йәш тикшеренеүсе уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы тәбрикләйбеҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар район мәғариф бүлеге сайтынан алынды.