Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
6 Май 2021, 10:15

Балалар юғары технологиялар менән танышты

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә “Кванториум” мобиль технопаркы үҙ эшен тамамланы.

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә 20 апрелдә “Кванториум” балалар технопаркы асылғайны. Ике аҙна дауамында бирелә Петропавловка, Яңы һәм Иҫке Ҡаҙансы, Ҡышлауйылға мәктәптәре уҡыусылары юғары технологиялар менән танышты. Был ике аҙна ваҡыт улар өсөн бик файҙалы була. Балалар коллективта мөғәмәлә итергә, инженерия серҙәренә һәм проект эшмәкәрлегенә өйрәнә, төплө белем ала, тәжрибә туплай һәм тырышлыҡтарының һөҙөмтәһен күреп шатлана. 30 апрелдә мобиль технопарк эше тамамлана. Был көндө уҡыусылар үҙҙәренең проект эштәрен яҡлай. Ҡышлауйылға мәктәбе директоры Ришат Миңлемөхәмәт улы Лотфуллин ата-әсәләр исеменән "Кванториум" уҡытыусыларына һөҙөмтәле эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт белдерә.
Наилә Имаева.
Фотолар Ришат Лотфуллиндың “Бәйләнеш”тәге сәхифәһенән алынды.
Читайте нас