Уҡыусылар өсөн дәрес бик фәһемле булды. Улар өсөн “Космоста Рәсәй” тематик күргәҙмәһе ойошторолғайны. Китапхананың баш китапханасыһы Рина Муллахан ҡыҙы балаларҙы космос һәм Йыһан, космонавтар тураһындағы китаптар менән таныштырҙы, беренсе космонавт Юрий Гагарин тураһында һөйләне. Шулай уҡ тарих уҡытыусыһы Гөлнара Исламова Рәсәй космонавтикаһына ҙур өлөш индергән кешеләр, күренекле космонавтар, йәнлектәр менән үткәрелгән тәүге эксперименттар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Уҡыусылар белгәндәрен уйындар һәм тестар ярҙамында нығытты.