Форум сиктәрендә һәләтле уҡытыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы ла үтә. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең райондан Асҡын 2-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина ла бар. Ул юғары дәүләт наградаһы — Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Хөрмәтле уҡытыусы Айгөл Мәжит ҡыҙын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ауыр, яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ!