Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
7 Апрель 2021, 10:10

“Һаулыҡ — иң ҙур байлығыбыҙ”

Бөгөн Солтанай башланғыс мәктәбендә Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған фәһемле сара үтте

Бөгөн, Бөтә донъя сәләмәтлек көнөндә, клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре уҡытыусылар менән берлектә уҡыусылар менән фәһемле сара үткәрҙе. Фельдшер Зимфира Хәлилова балалар менән сәләмәтлеккә арнап әңгәмә ҡорҙо. Зимфира Рәшит ҡыҙы балаларға дөрөҫ туҡланыу, иртәнге гимнастика тураһында һөйләне, сәләмәтлекте бәләкәйҙән һаҡларға кәрәклеге, уның төп байлығыбыҙ икәнлеген аңлатты, насар ғәҙәттәргә, насар холоҡло кешеләргә эйәрмәҫкә саҡырҙы. Мәҙәниәт йортоноң саралар ойоштороусыһы Фидания Шәйхетдинова менән китапханасы Лилиә Сәмиғуллина күргәҙмәлелек ҡулланып, малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың сәләмәтлек тураһындағы белемдәрен тикшерҙе, уйындар ойошторҙо.
Сәләмәтлек көнөнә арналған сара балаларға бик оҡшаны.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас