Солтанай ауыл мәҙәниәт йортоноң саралар ойоштороусыһы Фидания Шәйхетдинова менән китапханасы Лилиә Сәмиғуллина Ҡоштар көнөнә арнап уҡыусылар менән әңгәмә ойошторҙо. Балалар беҙҙең яҡта йәшәүсе ҡоштар, яҙын тәүгеләрҙән булып ҡайтыусы ҡанатлы дуҫтарыбыҙ, улар тураһында ҡыҙыҡлы факттар белде. Ҡоштар тураһында яҙылған китаптар менән дә таныштылар. Аҙаҡта белемдәрен нығытып, йомаҡтар систеләр, мәҡәлдәр әйттеләр.
Белешмә. 1927 йылдан алып беҙҙең илдә 1 апрелдә Ҡоштар көнө билдәләнә. Ҡоштар Ер шарының бөтә урындарын, шул иҫәптән Антарктиданың эске өлөштәрен дә төйәк иткән. Халыҡ-ара орнитологтар берләшмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылдың апрель аҙағына хәҙерге көндә йәшәгән ҡоштарҙың - 10681 (20087 төрсәһе), шулай уҡ юҡҡа сыҡҡандарҙың 159 төрө билдәле. Рәсәй биләмәләрендә уларҙың 789 төрө бар.
Фидания Шәйхетдинова фотоһы.