Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
24 Март 2021, 05:55

Ижади ҡарашлы, һәләтле уҡытыусыбыҙҙы тәбрикләйбеҙ!

Асҡын 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Леонидовна Ханжина “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, “Мин Ватанымда дөрөҫлөк табам” номинацияһында еңеү яуланы.

Кисә “Торатау” конгресс-холында 26-сы төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һәм 31-се “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсын ябыу тантанаһы үтеп, бәйгенең еңеүселәре билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында райондашыбыҙ, һәләтле педагог — Асҡын 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Ханжина ла бар ине. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Елена Леонидовна иң яҡшы ун исемлегенә инеп, “Мин Ватанымда дөрөҫлөк табам” номинацияһында еңеү яуланы.
Елена Леонидовнаны лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм ауыр, яуаплы эшендә артабан да ҙур уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас