Студенттар” конкурсының округ ярымфиналы башланды. Был сара “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһына ҡарай. Ул Рәсәй Мәғариф министрлығы ярҙамында үтә. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылып килә. Уның маҡсаты – һөнәри эшмәкәрлеген мәғариф өлкәһе менән бәйләргә теләгән студенттарҙы табыу, үҫтереү һәм ярҙам итеү.
Башҡортостандан ярымфиналда алты студент ҡатнаша. Улар Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ, Нефтекама филиалдары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала.
Волга буйы федераль округынан ярымфиналда ҡатнашыу хоҡуғын бөтәһе 100 студент яулаған. Улар араһында, Башҡортостандағы алты студент менән бергә, Татарстандан – 18, Пермь крайынан – 11, Удмурт Республикаһынан – 10, Мордва Республикаһы менән Түбәнге Новгород өлкәһенән – туғыҙар, Пенза өлкәһенән – һигеҙ, Һарытауҙан – ете, Ырымбур һәм Һамарҙан – алтышар, Сыуашстандан – биш, Марий Иленән һәм Ульяновск өлкәһенән – икешәр, Киров өлкәһенән бер конкурсант бар.
Түбәнге Новгород өлкәһенең мәғариф, фән һәм йәштәр сәйәсәте министры Ольга Петрова билдәләгәнсә, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекттары – йәштәр алдында асылған яңы мөмкинлектәр, бары тик яңыса эшләп ҡарарға, үҙеңде һәм үҙ көсөңдө һынарға ҡурҡмаҫ кәрәк”.
Волга буйы федераль округы ярымфиналсыларының күбеһе предметтар буйынса тестарҙан рус теле, психология һәм педагогика, метапредмет (төрлө предметтар йыйылмаһы), йәмғиәтте өйрәнеү һәм математиканы һайлаған.
Ярымфинал һынауҙары өс көн – 9–11 мартта уҙғарыла. Ҡатнашыусылар психологик-педагогик белемдәрен, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтергә тейеш. Һөҙөмтәләргә ҡарап, һәр конкурсанттың шәхси рейтингы формалаштырыла. Ярымфинал барышында шулай уҡ саҡырылған эксперттарҙың төрлө белем биреү, аралашыу саралары үткәреүе ҡаралған.
Округ ярымфиналы һөҙөмтәләре буйынса конкурстың йомғаҡлау өлөшөндә ҡатнаша торған студенттарҙы, йәғни финалсыларҙы билдәләйҙәр. Улар Бөтә Рәсәй балалар үҙәктәрендә (“Артек”, “Орленок”, “Смена”), шулай уҡ “Сириус” белем биреү үҙәгендә стажировка үтеү хоҡуғына эйә буласаҡ.