Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Мәғариф
1 Марта 2021, 12:39

Иң оҫталар асыҡланды

Балтас районында “Йыл уҡытыусыһы-2021” республика конкурсының муниципаль этабы үтте. Проект үҙ эсенә бер нисә конкурсты берләштерә: “Йыл уҡытыусыһы”, “Өҫтәмә белем биреү педагогы” һәм “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы”. Бәйгелә 17 педагогик хеҙмәткәр һөнәри оҫталыҡта ярышты. 25 ғинуарҙан башлап конкурсанттар жюри ағзаларына интернет-сайтта эшләү оҫталығын, асыҡ дәрес, кластан тыш сара, оҫталыҡ дәресе һәм асыҡ лекциялар үткәреп күрһәтте. Бәйге “түңәрәк өҫтәл” артында фекер алышыу менән тамамланды.

Һөҙөмтәлә “Йыл уҡытыусыһы-2021” исеменә Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең финанс грамоталылығы һәм математика уҡытыусыһы Ифира Зыятдинова лайыҡ булды. “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” бәйгеһендә Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенән Айгөл Ғабдрахманова еңеү яуланы. “Йәш уҡытыусы” конкурсында Түбән Иванай урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Эльвира Хажиева еңде. “Өҫтәмә белем биреү йыл педагогы” исеменә Балалар ижады үҙәгенән Айгөл Әхмәтғәлиева лайыҡ булды. Иҫке Балтас ауылының “Белоснежка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Ғәлләмшина “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” тип танылды.
Бәйгеләрҙең лауреат исемдәрен яулаусылар ҙа күп яҡлы талант эйәләре, үҙ эштәренең ысын оҫталары. Штәнде урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Лилиә Карамова, Һәйтәк урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Руфина Ибраһимова, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренеры (шул уҡ ваҡытта Балалар сәнғәт мәктәбенең рәсем уҡытыусыһы) Альберт Шәйхелисламов, Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы, “Модница” берекмәһе етәксеһе Миләүшә Фәтхинурова, Иҫке Балтас ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы логопеды Лариса Карамова балаларға төплө белем, яҡшы тәрбиә бирә, район тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Тантаналы сарала мәғариф өлкәһендә күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт һалған шәхестәргә ведомство бүләктәре тапшырылды.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас